Көнгәк
+23 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
23 Марта 2021, 09:38

Республикала коронавирустан ирекмән вафат булған

Ирекмәндең ғаиләһе 250 мең һумлыҡ компенсация алырға хоҡуҡлы.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үтә күңелһеҙ яңылыҡ еткерҙе. Республикала был инфекциянан тәүге тапҡыр ирекмән вафат булған.
Ул – 36 ғына йәшлек Радик Әсфәндийәров.
- Уның ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Бар яҡлап ярҙам итегеҙ, ҡатнашығыҙ. Ата-әсәһенә һәм ғаиләһенә лә булышлыҡ итергә кәрәк, - тине Радий Фәрит улы.
- Халыҡ коронавирусҡа ҡаршы көрәш сараларынан арып бөтһә лә, уяулыҡты юғалтырға ярамай. Шуға күрә ул яҡын арала йәнә социаль учреждениелар, дауаханалар һәм транспортта тикшереүҙәрҙе яңыртылырға тейеш, - тине.
Радик Зубово ауылы янындағы ковид-госпиталдә дауаланған. Уға коронавирус февраль башында йоҡҡан булған. Пандемия башланыу менән ирекмәндәр сафына яҙылған, өлкәндәргә һәм мохтаждарға аҙыҡ-түлек алып барған.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры ҡарары менән, ковидтан вафат булған ирекмәндең ғаиләһе 250 мең һумлыҡ компенсация алырға хоҡуҡлы. Әлеге ваҡытта райондың ирекмәндәр үҙәге документтар йыя.
Радик Әсфәндийәровтың ҡатыны, 6 һәм 15 йәшлек балалары ҡалған.
Фото: Башинформ.
Читайте нас