Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
6 Апреля 2021, 11:35

ТОРМОШ БЕҘҘЕҢ ТУРАЛА!

"Улығыҙҙың аҡыл кимәле бик түбән. Шуға күрә беҙ уны башҡалар менән берлектә уҡыта алмайбыҙ..."

Берәй мөһим эш килеп сыҡһа, уға тотонмаҫ элек, булдыҡлы булыуыбыҙҙа шикләнеп, алдан уҡ мөмкинлектәрҙе сикләйбеҙ. “ Килеп сыҡмаясаҡ, ҡулымдан килмәй, оятҡа ғына ҡалырмын”-тигән уйҙырмаларға бирелеп, алдыбыҙҙа йырып сыҡҡыһыҙ кәртә ҡуябыҙ. Был осраҡта, беҙҙең төп бурыс, мин быны булдыра алам, тип, юлда торған бар сикләүҙәрҙе алып ташларға. Үҙебеҙҙе генә түгел, һәр эштән уңайһыҙлыҡ кисергән, үҙен нисектер кәм итеп тойған яҡындарыбыҙҙы ла ошоға инандырып, төп иғтибарын холҡонда булған яҡшы һыҙатты үҫтереүгә йүнәлтеп ебәреү кәрәк. Бәлки, беҙ яҡыныбыҙҙың һәләтенә ышанған берҙән-бер кешелер! Уға булған һоҡланғыс ҡараш, бығаса асылмаған күп уңыштарының башы булырға ла бик мөмкин!
Кешеләрҙең сикләүҙәр менән йәшәүе хаҡында психолог Натаниэль Брандендың бик фәһемле фекере бар: “ Һеҙгә бәләкәй саҡта, бәлки “Тыңла әле, тормош һинең турала түгел ул! Тормош- һин теләгәнсә түгел! Һинең нимә теләүеңдең бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ. Тормош – һинән башҡалар нимәлер өмөт итеүе генә” – тип өйрәткәндәрҙер. Әгәр ҙә һеҙ был фекерҙе ҡабул иткәнһегеҙ икән, һуңынан, ҙурая төшкәс, эске балҡышығыҙ ҡайҙа икән тип уйлана башларһығыҙ. Тик инде илһам да, дәрт тә юҡ”.
Ошо уңайҙан, донъяның данлыҡлы уйлап табыусыһы, бөйөк эшмәкәр Томас Эдисондың (телеграф, телефонды камиллаштырған,фонограф уйлап тапҡан, “алло” һүҙен телефон һөйләшендә ҡулланырға тәҡдим иткән) бала сағынан бер күренеште миҫалға килтерергә була.
Бер көндө Томас мәктәптән ҡайтып ингәс, әсәһенә уҡытыусыһы биреп ебәргән хатты тапшыра. Тик торғандан ғына, ҡапыл әсәй кеше ҡысҡырып илай башлай һәм малайға хаттың эстәлеген уҡып ишеттерә: “Һеҙҙең улығыҙ даһи(гений)! Был мәктәп уның белем кимәле өсөн бигерәк түбән. Уға артабан да яраҡлы белем бирер өсөн лайыҡлы уҡытыусылар юҡ! Зинһар өсөн, улығыҙҙы үҙегеҙ уҡытығыҙ!”.
Әсәһе вафат булып, байтаҡ йылдар уҙғас, үҙенең бөйөк эштәре менән танылыу яулаған Томас, ғаилә ҡомартҡыларын барлап ултырғанда, бала сағында, мәктәптән алып ҡайтҡан хатҡа барып юлыҡҡан. “Улығыҙҙың аҡыл кимәле бик түбән. Шуға күрә беҙ уны башҡалар менән берлектә уҡыта алмайбыҙ.Һеҙгә малайығыҙҙы өйҙә, үҙ аллы уҡытырға тәҡдим итәбеҙ”- тип яҙылған һүҙҙәрҙе уҡып, бер нисә сәғәт туҡталмайынса үкһегән Эдисон. Һуңынан, көндәлегенә: “ Томас Эдисон аҡыл кимәле һай бала булған. Әсәһенең ысын ҡаһармандарға тиң ҡылығы арҡаһында ғына, үҙ быуатының бөйөк кешеһенә әүрелгән”.
Бына шулай!
Читайте нас