Көнгәк
+13 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
29 Апреля 2021, 03:55

Республика ата-әсәләр форумының төбәк ултырышы

Салауат ҡалаһында көньяҡ райондарҙың төбәк ата-әсәләр форумы үтте. Уның сиктәрендә туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләһе буйынса кәңәшмә ойошторолдо. Унда беҙҙең район делегацияһы ла ҡатнашты.

Салауат ҡалаһында көньяҡ райондарҙың төбәк ата-әсәләр форумы үтте. Уның сиктәрендә туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләһе буйынса кәңәшмә ойошторолдо. Унда беҙҙең район делегацияһы ла ҡатнашты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының район-ҡала башҡарма комитеты рәйесе Ләлә Рафиҡова билдәләүенсә, кәңәшмәлә Стәрлетамаҡ, Ишембай, Мәләүез, Стәрлебаш, Федоровка, Көйөргәҙе, Миәкә райондарында һәм Күмертау, Салауат ҡалалаларында башҡорт телен һәм туған телдәрҙе уҡытыу торошона анализ яһалды, баһа бирелде. Шулай уҡ ошо өлкәләге проблемаларҙы хәл итеү юлдары тикшерелде. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, республика мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева туған телдәрҙе уҡытыу проблемаһы буйынса сығыш яһаны.
Фекер алышыуҙан һуң форсайт-сессия уҙҙы. Унда республика ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Эльвира Байназарова башҡорт телен туған тел булараҡ уҡыу хоҡуғын файҙаланыуҙа мәғариф учреждениялары һәм ата-әсәләр араһындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын тәҡдим итте. Был тәңгәлдә Мәләүез районы ата-әсәләр комитеты етәксеһе Гөлзифа Сәлихованың мәктәптә туған телде уҡытыуҙы үҫтереү йүнәлештәре тураһында сығышы ла фәһемле булды.
Читайте нас