Ундағы бөтә нәмә совет осорон хәтерләтә. Шул осорҙағы сәғәт, телефон, самауыр, сумаҙан, саңғы, грампластинкалар, кәштәләргә теҙелгән китап-журналдар... Ниндәй генә ҡомартҡы юҡ ул ашханала! Ашап туйғас та сығып китә алмай бер булдым әле унан. Элекке кефир шешәләре, шырпы ҡаптары һәм совет заманындағы шарап һалынған тоҡсай, кәкүкле сәғәт стенаға элеп ҡуйылған. Ишек төбөндә торған иң иҫке саң һурҙырғысҡа ла иғтибар итмәү мөмкин түгел. Йәнгә әйтеп аңлатҡыһыҙ тыныслыҡ, рәхәтлек яғыла унда. Бөтә нәмә ябай ғына булған совет осоронда, ә шулай ҙа һәр әйберҙән йылылыҡ бөркөлөп тора. Кем әйтмешләй, ностальгия!