Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
5 Октябрь 2022, 09:30

ӘСӘЙ ИШЕГЕ

Тәүгә ишеткәндә мин ныҡ ҡына аптырағайным. Әммә ул аңлатты:

ӘСӘЙ ИШЕГЕӘСӘЙ ИШЕГЕ
ӘСӘЙ ИШЕГЕ


Әсәй менән һөйләшкән саҡта нимәгәлер зарланып ебәрһәм, ул һәр ваҡыт бер үк һүҙҙәре әйтә: “Һинең унда нимә булғанын мин яҡшылап белмәйем, әммә һиңә ишек менән ярҙам итә алам”.

Тәүгә ишеткәндә мин ныҡ ҡына аптырағайным. Әммә ул аңлатты:
— Һинең тормошоңда төрлө хәлдәрҙең булыуы мөмкин, әммә бер хәл бөтөнләй булмаясаҡ: минең һиңә ишек асмай ҡалыуым. Шулай булғас, теләһә ҡайһы ваҡытта – арыһаңмы, сирләһәңме, юғалтһаңмы, күңелең ҡалһамы, революция яһарға ҡарар итһәңме, эш боҙһаңмы, һин хаҡлымы, ғәйеплеме – береһе лә мөһим түгел, нимә эшләргә һәм ҡайҙа барырға тигән һорау тыуһамы – өйгә ҡайт. Миңә! Теләмәһәң, артыҡ һорау биреп тә йонсотмаҫмын. Әммә асыҡ ишек, тәмле аш, йомшаҡ түшәк, йылы ҡараш вәғәҙә итәм...

Бәхет шулай ябай ғына, дуҫтар: ишек асыр кешең булыуҙа!
Лиля ГРАД.

 

https://vk.com/public117232652

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас