Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
19 Декабря 2022, 11:35

Мөрәжәғәтнамә. Иң мөһимдәре

15 декабрь Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны

Мөрәжәғәтнамә. Иң мөһимдәреМөрәжәғәтнамә. Иң мөһимдәре
Мөрәжәғәтнамә. Иң мөһимдәре

 

Унда ул Донбассҡа оҙатылған гуманитар ярҙамға айырым туҡталды. Башҡортостандан тиҫтәләгән гуманитар ылау ебәрелде. Хәрби бәрелештәр барған урындарҙан ғаиләләрҙе ҡабул ителде. Бөгөн дә ул төбәктәрҙә табиптар, төҙөүселәр, коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре эшләй, ҡала һәм ауылдарҙы тергеҙә, юлдар һала. Төбәк етәксеһе хәрбиҙәргә, доброволецтарға, уларҙың ғаиләләре һәм яҡындарына ярҙам итеүҙе үҙенең шәхси һәм барлыҡ идара итеү командаһының төп бурысы тип иҫәпләй.

Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәһендә иҡтисад тармағына ҙур иғтибар бүлде.

– Рәсәй Президентының Указына ярашлы, Башҡортостан биләмәһендә база әҙерлеге режимы индерелгән. Тимәк, ил Президенты Владимир Владимирович Путин иҡтисади тотороҡлолоҡ, бөтә социаль йөкләмәләрҙе үтәү өсөн төбәк идара итеү командаларына айырыуса ҙур яуаплылыҡ йөкмәтте. Бының өсөн беҙгә тейешле вәкәләттәр бирҙе. Һәм беҙ был бурысты үтәрбеҙ, – тине ул. – Төп бурыс – сәнәғәттең, ауыл хужалығының, дөйөм алғанда республика  иҡтисады секторының һөҙөмтәле эшен тәьмин итеү.

Башҡортостан Башлығы сығышы буйынса, киләһе йылда ауыл биләмәләренә айырым иғтибар бүленәсәк тип әйтергә мөмкин. Ауылдарҙы үҫтереү һәм төҙөкләндереү, ауыл халҡының йәшәү кимәлен яҡшыртыу – был йүнәлештә республика бер нисә йыл эшләй. 2023 йыл “Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылы” тип иғлан ителде, тимәк төбәктә тағы ла күберәк проекттар тормошҡа ашырыласаҡ.

Мәләүез районының йәмәғәтселек фекере лидерҙары Башҡортостан Башлығы Мөрәжәғәтнамәһен тыңлағандан һуң фекерҙәрен белдерҙе.

Зөфәр Ғимәлетдинов, Мәләүез индустриаль колледжы директоры:

  • Республика етәкселегенең колледждар базаһында уҡыу-производство комплекстарын асыу тураһында ҡарары, урта һөнәри белем биреүҙе модернизациялауҙы дауам итеүгә өмөт өҫтәй. Тимәк, беҙҙә килем килтереү һәм артабанғы үҫеш өсөн яңы йүнәлеш буласаҡ. Студенттар һәм колледж тамамлаусылар был комплекстарҙа эшләп, тәүге хеҙмәт хаҡын аласаҡ.

Салауат Өмөтбаев, Мәләүез үҙәк район дауаханаһының баш табибы:

  • Республика Башлығының беренсел медицина звеноһын нығытыу кәрәклеге тураһында фекерен хуплайым. Сөнки улар беҙҙең дауаханалағы фундаменталь кадрҙар. Һаулыҡ һаҡлау системаһының алғы сафында фельдшерҙар, акушерҙар, участка врачтары, педиатрҙар тора. Улар тәүгеләрҙән булып кешеләргә ярҙамға килә, шунлыҡтан уларға лайыҡлы хеҙмәт шарттары булдырыу бик мөһим.

Йәш белгестәрҙе күберәк йәлеп итер өсөн, "Ауыл врачы" һәм "Ауыл фельдшеры" программаларының эшләүен дауам итеүен теләр инем. Беҙ райондың ФАП-тары менән әүҙем эш алып барабыҙ: ремонтлайбыҙ, яңыларын булдырабыҙ. Мәҫәлән, 2023 йылдың йәйендә Сухаревка ауылында фельдшер һәм акшер пункты асырға ниәтләйбеҙ, ул бер юлы ике тораҡ пунктты хеҙмәтләндерәсәк.

Лилиә Һөйәрғолова, Мәләүез районы советы секретары:

  • Мәләүездә “Атайсал” проекты кураторы булараҡ, киләһе йылды “Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылы” тип иғлан итеүе бигерәк тә яҡшы тип уйлайым. Сөнки һәр кешенең үҙ тамырҙары менән бәйләнеше, тыуған төйәге өсөн изге ғәмәлдәр ҡылыу теләге бар. Күҙ алдына килтерегеҙ әле, әгәр бөтәбеҙ ҙә тыуған төйәгебеҙ өсөн файҙалы эш башҡарһаҡ, ниндәй шәп һөҙөмтәгә өлгәшер инек! Мәләүездәр ҙә быны юғары баһалар, тип уйлайым.

Илмир Ураҙинбәтов, Мәләүез ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:

  • Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәһендә республикала ауыл биләмәләрен яҡтыртыу программаһын яңынан тергеҙеү тураһында әйтте. Ауылдарҙа күберәк яҡтыртыу ҡорамалдарын урынлаштырыу – эшебеҙҙең төп бурыстарының береһе. 2023 йылда Ҡотош, Тамъян, Ташлыкүл ауылдарында кабель һуҙып, яңы яҡтыртыу ҡорамалдарын ҡуйыу планлаштырылған. Бының өсөн Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан 3,2 млн һум аҡса бүленәсәк. Башҡа ауылдарҙа иҫкеләрен светодиодлы лампаға алмаштырыу ҙа планда бар.

 

Гөлназ САЛАУАТОВА.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас