

Ут эсендә йөрөгән яҡташыбыҙ Азатҡа күптәрҙе борсоған һорауҙар биреп, ниндәйҙер кимәлдә күңелде тынысландырыу маҡсатын ҡуйҙым. Махсус хәрби операциялағы егет яу яланындағы йәшәү шарттары, хәрби бәрелештәр, берҙәмлек көсө, гуманитар ярҙам хаҡында һөйләне, хис-тойғолары менән уртаҡлашты.
2022 йылдың октябрендә Азат үҙе өсөн мөһим ҡарар ҡабул итә: башҡа яугирҙәр менән бергә Тыуған ил мәнфәғәтен яҡларға барырға!
“Чечняла контракт буйынса хеҙмәт иттем. Мин - үҙ халҡымдың тоғро улы һәм тыуған төйәктең ысын патриоты. Шуға ла махсус хәрби операциянан ситтә ҡала алманым”, - ти ул.
Егеттәр һирәк булһа ла туғандар менән телефон аша һөйләшеп тора. Азат республика менән бәйләнештең ныҡ булыуын, яҡташтарҙың ярҙам итеүен билдәләп, ихлас рәхмәтен белдерҙе.
“Ғаилә, дуҫтар һәм яҡындар ғына түгел, бөтә ил халҡы ярҙам итә. Беҙҙе яҡшы ашаталар, ваҡыты менән үҙебеҙ ҙә бешерәбеҙ. Бер “нужам” да юҡ, тиһәм дә арттырыу булмаҫ. Янымдағы хеҙмәттәштәрем һәйбәт, Башҡортостан егеттәре лә бар. Туймазы ҡалаһынан “Шәкир” менән дуҫлашып алдыҡ. Октябрҙән алып иңгә-иң терәшеп барабыҙ, минең кеүек Чечняла булған. Ул үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнаша, граната ырғытыусы булып хеҙмәт итә. Ғаилә башлығы махсус хәрби операцияға китеү сәбәпле, уларҙың шәхси йортонда ҡайһы бер көнкүреш мәсьәләләре хәл ителмәй ҡалған. Тормош иптәшенә Туймазы ҡалаһы хакимиәте өйҙә ремонт эшләргә ярҙам иткән,” - тип уртаҡлашты Азат.
Ул үҙен ысын яугирҙәрсә тота, күп һөйләмәй. Кәйефе көр, ул тик еңеү менән ҡайтыу тураһында ғына хыяллана. Снайпер егет хәрби операцияның барыһының да тормошҡа ҡарашын үҙгәртеүе тураһында ла әйтте.
“Алғы һыҙыҡта, ғөмүмән, тормошҡа икенселәй ҡарайһың, хатта ваҡыт та башҡа закондар буйынса аға шикелле. Ҡурҡыныс янаған мәлдәрҙә лә егеттәр менән бирешмәйбеҙ. Хис-тойғо көсәйә, пуляның осоп барғанын ишетәһең, еҫен тояһың, үткерерәк күрәһең. Снайпер булыу өсөн түҙемлек кәрәк, сөнки бер позицияны көнө-төнө көслө һаҡ аҫтында тоторға тура килә. Дошманға үҙеңде белдермәй йәшеренеү мөһим,” – ти егет.
Кешенең иң ҙур бәхете - уның ғаиләһе. Яҡындарыңдан айырылыу береһенә лә еңел түгел. Кемдер тормош иптәше менән сабыйын ҡалдырып юлға сыға, балаһының тәүге аҙымын күрмәй. Мәләүездән Айнур исемле егеттең дә кескәй генә улы атаһының ҡайтҡанын ҙур түҙемһеҙлек менән көтә.
Май айында яугирҙәрҙе туғандары һәм яҡындары ҡаршы ала, улар ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтасаҡ. “Барыһы менән дә иҫән-һау осрашырға насип итһен. Беҙҙе унда ғаилә һәм йорт мәшәҡәттәре көтә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыуыбыҙға әлегә бер тапҡыр ҙа үкенмәнек. Артабан нимә булыр, ваҡыт күрһәтер,” - тип тамамлап ҡуйҙы Азат.
Ир-егеттәрҙе юҡҡа ғына көслө зат тип атамағандар: иле, тыуған ере, ғаиләһе, яҡындары өсөн, тәү сиратта, тап улар яуаплы. Теләйме-теләмәйме, был бурыс ирмен тигән ир-егеттәрҙе физик яҡтан да, рухи яҡтан да көслө булырға мәжбүр итә.
Фото һорап алдым. “Егеттәр, йөҙөгөҙ асыҡ бит”, - тип әйтеүемә, улар: “Беҙ бер ниҙән дә ҡурҡмайбыҙ. Ни өсөн беҙ йөҙөбөҙҙө йәшерергә тейеш? Дуҫтар ҙа, дошмандар ҙа күрһен!”- тип яуап бирҙе.
Батыр яҡташтарыбыҙ имен-аман әйләнеп ҡайтыуын теләп, доға ҡылайыҡ, уларға тик матур һүҙҙәр еткерәйек. Ҡыйыу егеттәребеҙ иҫән-һау ҡайтып, яҡындарын, балаларын һөйөндөрөүен теләйбеҙ!
Гөлназ САЛАУАТОВА.
Фото архивтан.