

2022 йылдың июненән Патриот паркы территорияһында Авангард уҡыу-методик үҙәге эшләй башлай, унда строй, ут һәм парашют әҙерлеге буйынса дәрестәр, атыу, патриотик саралар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән осрашыуҙар үткәрелә. Паркта шулай уҡ «Геройҙар ярышы»маршруты ойошторола.
Йәштәрҙе уҡытыу өсөн сифатлы матди база булдырылды. Патриот паркы территорияһы төҙөкләндерелә, ремонтланған корпустар заманса мебель һәм күреү әсбаптары менән йыһазландырыла. Асыҡ майҙансыҡтарҙа күнекмә комплексы, парашют вышкаһы, ҡаршылыҡтар һыҙаты, хәрби техника музейы һәм партизан ауылы урынлаштырыла. «Авангард» үҙәге базаһында 4 меңдән ашыу уҡыусы йыйылды ла инде.