Йәмғиәт
2 Июня 2023, 15:06

Башҡортостандың 7 проекты Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша

Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Баймаҡ, Верхотор, Белорет һәм Благовещен ауылы проекттары бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи тораҡ пункттарҙа уңайлы мөхит булдырыу буйынса иң яҡшы проекттарҙың VIII Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша

Башҡортостандың 7 проекты Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашаБашҡортостандың 7 проекты Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша
Башҡортостандың 7 проекты Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша

Верхотор ауылы «Верхотор — замандар театры» ҡушымтаһын тапшыра, ул элекке Верхотор баҡыр иретеү заводы комплексын уратып алған территорияны төҙөкләндереүҙе үҙ эсенә ала. Верхотор баҡыр иретеү заводы комплексы 2035 йылға тиклемге осорҙа Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт мираҫын һаҡлау һәм үҫтереү стратегияһына индерелгән. Проекттың төп принциптары: туристик контекста әһәмиәте булған территорияны кире ҡайтарыу; халыҡ өсөн уңайлы урын булдырыу; ташландыҡ майҙанды яңы функциялар менән тултырыу; ауылдың мәҙәни мираҫы һәм үҙаңы ҡомартҡыларын әүҙемләштереү.

Еңеүселәр федераль финанслау аласаҡ: йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү өсөн 80-дән алып 106 миллион һумға тиклем. Конкурс һөҙөмтәләре 2023 йылдың 1 сентябренә тиклем билдәле буласаҡ. Нефтекама, Салауат, Октябрьский, Благовещен һәм Верхотор ауылы 2022 йылда ғариза бирә, әммә еңә алмай. Баймаҡ, Белорет һәм Благовещенск быға тиклем дә ярыш еңеүсеһе булған.

фото Башинформ

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас