Ә инде берәйһе үлеп китһә, ир-егет зыяратҡа барып ҡәбер ҡаҙыша, ҡатын-ҡыҙ мәрхүмдең туғандарына хәйер илтә, ҡайғы уртаҡлаша. Яңыраҡ ауылға ҡайтҡанымда әсәйемдән ишеткән бер ваҡиғаға ни көлөргә, ни иларға белмәй бер булдым.
Разифа инәйем йоҡонан уянып аш бүлмәһенә сыҡҡас, өҫтәлдәге хәйер төрнәлгән ҡапсыҡты күреп, аптырауға ҡала. “Бәй, кем үлгән икән? Килен эшкә киткәндә ҡалдырған инде был хәйерҙе. Мәрхүмдең өйөнә барып бирер кәрәк бит инде”, - тип уйлана ла, тиҙ генә кейенеп, әсәйемә юллана.
-Һаумыһығыҙ! Кем үлгән ул? - тиеп елтелдәтә баҫып килеп тә инә.
Киоскка икмәк алырға барырға йыйынып йөрөгән әсәйем дә аптырап ҡала.
-Әлләсе, бер ни ҙә ишетелмәне. Әйҙә, Айраттан ауыл төркөмөнән ҡаратайыҡ әле, шунда яҙа торғандар.
Хәҙер инде өсәүләшеп ауылдың “Ватсап”, “Бәйләнештә” төркәмдәрен ҡарап сығалар. Бер ҙә генә ундай хәбәр юҡ. “Моғайын да киоскта белмәй ҡалмаҫтар” - тиеп, әсәйем йыйынған йомошо буйлап китеп бара.
-Һаумыһығыҙ! Кем үлгән ул? - була тәүге һорауы киоскка килеп еткәс тә.
Һатыусы ла аптырап ҡала.
-Әлләсе, ул-был ишетелмәне. Хәҙер ауыл төркөмдәрен ҡарайым әле, - тиеп, һатыусы ла ҡырҡмаһа ҡырҡ булып киткән төркөмдәрҙе ҡарап сыға, әсәһенә лә шылтыратып белешә, унда ла ундай-бындай хәбәр булмай.
Шулай итеп, һатыусы менән әсәйем ауылдағы оло йәштәге йәки ауыр сир менән ятҡандарҙы барлап, “ҡайһыһы китеп барҙы икән” тип баш ваталар. Һорашып белешеп тә булмай, былай ҙа борсолоп йөрөгән туғандарына шылтыратып аптыратмайһың бит инде. “Ишетһәң - хәбәр ит”, - тиеп, әсәйем икмәген алып ҡайтырға сыға.
Инде беҙ йәшәгән урамға боролам тигәндә, ҡаршыһына әхирәте килеп сыға. Тағы ла шул уҡ һорау:
-Һаумыһығыҙ! Кем үлгән ул?
Баҡтиһәң, Разифа инәй күршеһенә лә инеп һорашып өлгәргән икән. Хәҙер инде әсәйем әхирәте менән бер аҙ тороп, тағы бер ҡабат бар сирлеләрҙе, оло йәштәгеләрҙе барлап, һорауҙарына яуап таба алмай таралышалар. Уңарсы төш ауыша, көн кискә тарта. “Был ваҡытта мосолманды күммәйҙәр, тимәк, хәбәр ялған булған”, - тип тынысланып йөрөгән әсәйемде аптыратып тағы Разифа инәй килеп инә.
-Шунан, кем үлгән, белдеңме?
-Белдем, шуға килеп еттем бит инде. Килендең (еңгәбеҙ күрше ауылға йөрөп эшләй – авт.) бергә эшләгән хеҙмәттәшенең әсәһенең йылын уҡытҡандар. Шунда “Ҡәйнәңә тапшыр әле” тиеп киленгә хәйер биреп ебәргән икән. Мин йоҡлағас ни, килен өҫтәлгә һалған да ҡалдырған...
Шулай итеп, көнө буйы тынғы бирмәгән һорауҙарына яуап табылғас, етмәһә, барыһы ла иҫән-имен булғас, әсәйем менән инәйем яйлап ултырып сәй эсергә керешә. Күңел бөтөн, ил-йорт тыныс, бер кемдең дә йортона ҡайғы хәбәре килмәгәндә сөкөрләшеп сәй эсеүҙәре үҙе бер ғүмер бит ул!
Гөлиә ШАҺИҒӘЛИНА.