

Ҡатын-ҡыҙҙың иң юғары бурысы - әсә булыуҙалыр, сөнки “әсәй” - бала әйткән беренсе һүҙ.
Был һүҙ донъяның күпселек телдәрендә бер үк төрлө яңғырай һәм иң яҡын, иң яратҡан кешене атай.
Мәҡәләбеҙ геройы Мәләүез ҡалаһына килен булып төшкән Лилиә Сәйфуллина тураһында. Стәрлетамаҡ медицина колледжын тамамлаған ҡыҙ ҡала егете Рөстәмде осрата. Тиҙҙән ғашиҡтар сәстәрен сәскә бәйләй һәм матур донъя ҡороп йәшәй башлай. Ғаилә усағы хуҗабикәһе Лилиә Сәйфуллинаны бик ҡыйыу кеше тип әйтергә мөмкин. Әле утыҙға ла етмәгән дүрт балаға ғүмер бүләк иткән. Ҡыҙҙары Инзира, Эллария һәм улдары Эмир балалар баҡсаһына йөрөй. Унан тыш сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнәләр. Быйыл август айында тыуған ҡыҙҙары ла күҙгә күренеп ҙурайып килә. Ауыл ҡыҙы үҙе лә дүрт бала тәрбиәләнгән ғаиләлә үҫкән. Бала саҡтан уҡ ҙур һәм татыу ғаиләм булыр, тип хыялланған. Хыялы тормошҡа ашҡан уның.
Уларҙың йортонда бер ҡасан да күңелһеҙ булмай, балаларҙың шат тауыштары яңғырап тора, шул уҡ ваҡытта үҙенсәлекле, йылы мөхит урынлашҡан. Балаларын кескенәнән эшкә, үҙ-ара ярҙамлашырға өйрәтәләр, уларҙа кешелеклелек, тыйнаҡлыҡ тәрбиәләйҙәр. Ғаилә башлығы Себер тарафтарында вахта буйынса эшләп йөрөй, шуға йорт мәшәҡәте башлыса хужабикә иңенә төшә. Тырыш, уңған Лилиә бер ҙә зарланмай, бөтәһенә лә өлгөрә. Заказ буйынса иҫ кимәле тәмле сәк-сәк, бәлештәр, торттар бешерә, балаларын да машинала кәрәк ерҙәренә алып бара. “Ғаиләмде ҡороп, яратҡан кешем менән 7 йыл йәшәүемдә, үҙемде бик бәхетле ҡатын һәм әсәй итеп тоям. Хоҙайҙан ошо бәхеттән айырмаһын тип теләйем”, - ти Лилиә Сәйфуллина.
Бушҡа ғына боронғолар, ҡош ҡанаты менән, ғаилә татыулығы менән көслө тип әйтмәгән. Ысынлап та, донъяла һәр баланың ата-әсәһе ҡанаты аҫтында наҙланып, яратылып үҫкеһе килә. Ә ғәзиз баланы кәрәк саҡта иркәләгән, ваҡытында шелтәләгән, илағанда йыуатҡан, бала өсөн төн йоҡоһон ҡалдырған, өйҙәрҙе йәмле, аштарҙы тәмле иткән Әсәй бит ул!