Көнгәк
+13 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
3 Декабря 2023, 12:51

ӘХИРӘТЕМ ТЫУҒАН КӨНӨ АЛДЫНАН ҠАШ ЭШЛӘТТЕ...

Был - ҡаштың формаһын, төҫөн, ҡуйылығын үҙгәртеү буйынса косметологиялағы был процедура уға килешеп кенә тора.

Былай ҙа һылыу ҡатындың йөҙө тағы ла яҡтырып киткән. Хатта үҙен йәшәртеп ебәргән һымаҡ. Ни тиһәң дә, олоғая килә ҡаш, баштағы сәс кеүек ағармаһа ла, төҫһөҙләнеп киткән һымаҡ була.

Комплимент эшләп тә өлгөрмәнем, әхирәтемдең апһыны уны яһалмалыҡта тәнҡитләп ташланы. 
Ә мин, киреһенсә, был ханымдың үҙендә һәр ваҡыт яһалмалыҡ күрәм. Бер кеше менән дә ихлас түгел. Әйткәне бер ваҡытта ла тәбиғәтенә тура килмәй. “Ямғыр яратам, ҡар яратам”, - ти. Әммә бер ваҡытта ла бындай ваҡытта урамға сыҡмай. Иртән лак менән ҡатырып, күпертеп тарап ҡуйған сәсе боҙолоуҙан, күҙенә тушь ағып төшөүҙән ҡурҡа. Ә ел булған көндә уның бөтөнләй кәйефе булмай. Саң туҙҙыра, сүп-сар ташый, сәсте, кейемде, тирене бысрата... 
Тауышы ла яһалмалы. Үҙенән дәрәжәлерәк кеше менән һөйләшә башлаһа ике һүҙенең береһе - “ғәфү итегеҙ” йәки “рәхмәт”. Шундай кеселекле, яғымлы булып күренә. Ә үҙенән түбәнерәк тип тапҡандары менән бөтөнләй башҡа мөғәмәләлә.
Үҙен үҙе маҡтарға ярата. Тик әлегә уны маҡтаған йәки өлгө итеп ҡуйған бер кешене лә осратҡаным булманы. Яһалма булып ҡыланмаһа, үҙе булып ҡалһа, матур сифаттарын күрергә лә булыр ине. Юғиһә, битлек артында бер нәмә лә күренмәй.

Лена Абдрахманова.

ӘХИРӘТЕМ ТЫУҒАН КӨНӨ АЛДЫНАН ҠАШ ЭШЛӘТТЕ...
ӘХИРӘТЕМ ТЫУҒАН КӨНӨ АЛДЫНАН ҠАШ ЭШЛӘТТЕ...
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас