Юҡ, ҡыйыуыраҡ, әрһеҙерәк башҡа һатыусылар һымаҡ әллә ҡайҙан саҡырып тормай ул. Киреһенсә, уларҙан айырмалы өнһөҙ генә, эскерһеҙ күҙ ҡараштары менән иғтибарҙы йәлеп итә. Ә күҙҙәре уның, ысынлап та бик матур. Төпһөҙ зәңгәр күк киңлегенең төҫөндә ул. Балаларса бер ҡатлылыҡ, ихласлыҡ менән арбай. Шул уҡ ваҡытта рентген нурҙары һымаҡ кешене үтәнән-үтә күргән һымаҡ та ул. Емеш-еләк алырға булһа, тик унан ғына алырға тырышам. Һайлап, үлсәп, иҫәпләшкән арала уның күп мәғлүмәтле булыуын беләһең. Минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе тип эшләмәй ул. Эш хаҡы һатҡан емешенең күләменә бәйле булһа ла, бер ҡасан да тауарын һатып алыусыға көсләп таҡмай. Киреһенсә, миҙгеленә, емешенә, сортына ҡарап, теге йәки был йәшелсә-емеште алырға тыя. Диңгеҙ аръяғынан килгән аллы-гөллө еләктәрҙең урындағы халыҡ организмына бер тин файҙа килтермәүе тураһында ла әйтә.
-Иң яҡшыһы - үҙебеҙҙә үҫкәне, - ти ул. -Элек-электән грейпфрут, нектарин, апельсин кеүек ситтән килтерелгән емештәрҙе ашап үҫмәгәс, улар беҙҙең ҡанда юҡ, шуға күрә уларҙы ашағандан һуң күптәрҙә аллергия барлыҡҡа килә.
Һиҙемләүемсә, был апай, ысынлап та, бик күҙәтеүсән, һынсыл һәм иғтибарлы ла булып сыҡты.
-Һатып алыусылар араһында төрлө кешеләр осрай, - ти ул. - Уларҙы шартлыса өс төркөмгә бүлгәнмен. Үткәне, иртәгәһе һәм бөгөнгөһө менән йәшәүселәр.
Үткәне менән йәшәгәндәр, ғәҙәттә, хәтирәләргә, иҫтәлектәргә бирелергә ярата, үткәндәрен һағынып иҫкә ала. Ундайҙарҙың йөҙө һәр ваҡыт һағышлы. Иҫләй торған ыңғай ваҡиғалар булһа, бик яҡшы, әлбиттә, сөнки һәр кемдең тормошо - үҙе бер тарих. Әммә уларҙы һәр ваҡыт иҫкә төшөрөп торорға кәрәкме икән? Уларҙы бит барыбер кире ҡайтарып булмай. Хәйер, үткәне йәшәгәндәр араһында күберәк яҙмышына үкенгәндәр күберәк шул. Шуныһы, ҡыҙғаныс. Үткәндәрҙән һабаҡ алырға була, әммә уҙған тормош менән бөгөн бәхетле булып булмай.
Иртәгәһе көн менән йәшәүселәр ҙә байтаҡ арабыҙҙа. Ундайҙар иһә алдындағы эште, ҡаршыһындағы кешене күрмәй. Улар бөтә изге уй-ниәттәрен иртәгәгә ҡалдыра. Үҙҙәрен киләсәктә бәхетле, бай, уңышлы итеп күҙ алдына килтерә. Бөгөнгө тормошон улар ҡараламала йәшәгән йәки сәхнәлә репетиция яһаған һымаҡ хис итә. Шуға ла бөтә эшен иртәгәгә ҡалдыра. Ундайҙар көн һайын булмаһа ла, аҙна һайын йәки ай һайын, Яңы йыл һайын “иртәгәнән башлап иртәнге зарядка яһаясаҡмын”, “иртәгәнән башлап үҙемде йәлләмәй эшләйәсәкмен”, “иртәгәнән башлап изге эштәр күберәк ҡыласаҡмын”, “иртәгәнән башлап китап уҡый башлаясаҡмын”, ”иртәгәнән башлап ...” тигән ҡуҡырыҡ ниәт менән йәшәй. Көн артынан көн үтә, йыл үтә. Иртәнсәк физзарядка ла яһалмай, изге эштәр ҙә ҡылынмай, алынған китаптар ҙа уҡылмай тағы бер көн, ай, йыл үтә. Бындай категорияға ҡарағандарҙы мин бөгөн йәшәмәй, иртәгә йәшәргә әҙерләнгән һымаҡ күрәм. Шулай итеп, иртәгәһе көндө көтөп, үҙҙәрен бөгөн уңышлы, бәхетле булыуҙан мәхрүм итәләр.
Бик аҙҙар ғына бөгөнгө менән йәшәй. Ундайҙар тәүгеләрҙән шуныһы менән айырыла: уларҙың йөҙөндә ышаныс, ихласлыҡ тойғоһо һирпелә. Ундайҙар ашыҡмай, аҙымдары һәлмәк, ышаныслы. Улар бөгөнгө менән йәшәй, бөгөнгөһө менән бәхетле. Улар үҙен эргә-тирәһендәгеләр менән тиң, тәбиғи тота. Өҫтөнлөк тойғоһо ла, кәмһенеү ҙә кисермәйҙәр. Улар бер кемгә, бер нәмәгә зарланмай, көнләшмәй. Бөгөн башҡара алған эшен иртәгә ҡалдырмай, үҙенең эшенән, тормошонан ләззәт ала. Ундайҙарҙың күңеле һәр ваҡыт киң, кәйефе күтәренке.
Бөгөнгөһө менән йәшәгәндәрҙе хеҙмәтләндереүе лә еңел. Улар үҙҙәренә бөгөн нимә кәрәклеген яҡшы белә, күңеле нимә теләгәнде аңлай. Үткәне йәки иртәгәһе көн менән йәшәүселәр иһә емеш-еләкте еҫкәп, ҡапшап ҡарағандан һуң да үҙҙәренә нимә кәрәклеген белмәй аҙарына. Ундайҙар, ысын мәғәнәһендә, йәл...
Лена АБДРАХМАНОВА.