Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
31 Ғинуар 2024, 05:40

Икмәк булһа, йыр ҙа була

Хеҙмәт юлын 1999 йылда ҡарабойҙай эшкәртеүҙән башлаған “Клен” ярма компанияһында тиҫтәгә яҡын цех тулы ҡеүәткә эшләй.  Редакция хеҙмәткәрҙәре Мәләүездә һәм күрше тирә-яҡ ҡала-райондарҙа продукцияһы ҙур ихтыяж менән файҙаланған икмәк-күмәс цехы эшмәкәрлеге менән танышты.

Икмәк булһа, йыр ҙа булаИкмәк булһа, йыр ҙа була
Икмәк булһа, йыр ҙа була

 Мейестәре заманса йыһазға алыштырылғас,  тәүлегенә  ике-өс тонна он эшкәртеү ҡеүәтенә эйә булған. ”Икмәк бешереү шаҡтай ваҡытты ала.  Сифатына айырым иғтибар бирәбеҙ, шуға ла магазин кәштәһендә оҙаҡ ятмай. Халыҡ “Бородинский”, көнбағыш орлоғо ҡушып бешерелгәнен яратып ала”, - ти технолог Оксана Маврина. Мәләүез ҡалаһында мәктәпте, унан һуң Коркино ҡалаһында икмәк продукцияһы техникумында белем алған белгес цехтағы таҙалыҡтан башлап сеймалдың сифатынан бешкән икмәктең тәменә тиклем яуап бирә. Производство начальнигы Павел Карпов цехта хеҙмәт юлын ябай эшсе булараҡ башлап, етәксе вазифаһына тиклем үрләгән, 14 йыл эшләү осоронда эштең бар нескәлеген өйрәнгән. Төнгө сменала өлкән мастер Юлия Глазырина икмәк бешереү процесына яуаплы, уның да эш стажы 15 йыл. Район-ҡала халҡы уяныуға төнгө смена бешергән  боҫрап торған икмәк магазиндарға таратыла. Әйткәндәй, компанияның киоск селтәрен күрше тирә-яҡ район-ҡалала осратырға мөмкин.

ГОСТ стандарты буйынса етештерелгән “Клен” продукцияһының үҙенең визит картаһы бар. Үҙенең абруйын һаҡлар өсөн ун йыл самаһы элек “Р” хәрефен фирма билдәһе итеп алған: уникаль икмәк бешереү өсөн меңәрләгән форма һатып алған. Был икенсе етештереүселәрҙең алдап һатыуына ҡаршы эшләнгән аҙым була.

Цехта бешерелгән икмәктең ассортименты бай: егерме төр бешерелгән араһында сәләмәт тормош алып барғандар ҡырылған кишер һәм төрлө орлоҡ һалып бешерелгән “Альп” төрөн һайлай,  кунжут ҡушылғаны “Лапландия”, картуф ҡушып бешерелгән “Маяҡ” тигәнен дә осратырға мөмкин.

Цехта проблемалар ҙа юҡ түгел – эшсе ҡулдар етмәгәнгә кондитер йүнәлешендәге һәм тағы бер нисә төр икмәк етештереүҙән баш тартырға тура килгән. “Элегерәк йәштәрҙең эшкә мөнәсәбәте лә икенсерәк булды, улар үҙҙәренең һөнәре менән ғорурлана торғайны. Ә хәҙер предприятиеға килгән йәш белгес юғары вазифа һәм яҡшы эш хаҡы талап итә”, - ти улар.

Һәр кем бөгөн генә бешкән икмәк алырға тырыша. Шуға ла “Клен” икмәк бешереүселәре тәүлек әйләнәһенә эшләй. Ә беҙ уларҙың коллективына, эшегеҙ гөрләп барһын, икмәк – ул табын күрке, тибеҙ.

Икмәк булһа, йыр ҙа була
Икмәк булһа, йыр ҙа була
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас