Мөнәсәбәттәре ни тиклем яҡын икәнлеген белмәйем, әлбиттә. Әммә айына бер-ике тапҡыр күрешкәндәрен беләм. Был ваҡытта ул төрлө сәбәп табып, балаларын миңә ҡалдыра. Йә әхирәте менән киноға, йә ҡунаҡҡа барам тип әйтә лә, сәғәт нисәлә ҡайтырға вәғәҙә биреп, сығып йүгерә.
Был ваҡытта ул үҙен шул тиклем бәхетле тоя. Ике күҙенән нур ғына бөркөлә, ауыҙын йыйып ала алмай. Килеп ингәс тә мине ҡосаҡлап, ике битемдән үпәс итеп ала.
Баштараҡ кинола ултырғанын, йә әхирәте өйөндә булғанын төшөрөп, фотоотчет бирә ине. Хәҙер ҡайҙа йөрөгәнен дә белмәйем. Ошо хәлдән нисек ҡотолорға икән? Туғаныма әйтергәме юҡмы? Килендең үҙе менән һөйләшеп ҡарарға уйлайым. Тик ул минең белгәнемде белмәй бит. Мин үҙем дә уртаҡ таныштың әйткәненән сығып ҡына йөрөйҙөр тип фекер йөрөтәм. Ҡоҙаса тейешле кеше, йәғни килендең еңгәһе күреп әйтте.
Ҡустым вахта ысулы менән ситтә эшләй. Шуға ике ут араһында янам. Уға был хаҡта әйтергәме-юҡмы? Киленемде лә яратам. Уның һымаҡ матур, аҡыллы һәм уңған кешене күргәнем юҡ. Йәш кенә булһа ла, балаларын да яҡшы тәрбиәләй, донъяһын да көтә, туғаным булһа ла әйтәм инде – бер эшкә ярамаған ҡустымды ла кеше итеп алды.
Әгәр ҙә килен ошо сере менән үҙе уртаҡлашһа, миңә еңелерәк булыр ине. Уны аҡлау өсөн төрлө сәбәп табыр инем. Тик ул миңә үҙе бер нәмә лә әйтмәй. Шуға үҙем һүҙ башларға икеләнәм...
Кәңәш бирһәгеҙ ине. Бәлки, минең хәлдә булған кешеләр барҙыр.
З.Ғ.