

Мобилизация буйынса махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән осрашып, аралашып ҡалырға тырышабыҙ. Яҡташтарыбыҙ ауыҙынан ишеткән хәбәр, ысын мәғәнәһендә, күңелде тынысландыра. Уларҙың ҡаһарманлығы ғорурлыҡ хисе уята.
Күптән түгел юлыбыҙ Смаҡ ауылына төштө. Май сүлмәге тышынан билдәле булған кеүек, беҙ барған йорт та әллә ҡайҙан унда уңған кешеләр йәшәгәне тураһында һөйләй.
Өләсәһе, әсәһе һәм яугир менән өсәүләшеп әңгәмәләшәбеҙ. Тәү ҡарамаҡҡа ҡыйыуһыҙ үҫмер һымаҡ ҡына күренә ул. 24 йәшлек егеткә ҡарап, ут-һыу үткән яугир тип уйламаҫһың да. “Өс ул араһында мин иң ҙуры. Ауылда белем алғандан һуң, ҡаланың 42-се һөнәрселек училищеһында иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡып сыҡтым. Юғары уҡыу йортона инергә теләгем көслө ине, илдәге сәйәси хәлдәр минең планды үҙгәртте”, - тип һүҙ башланы яугир.
“Зверь” әйтеүенсә, Рәсәйҙең ҡораллы көстәре сафында 2020 йылда Смоленск ҡалаһында хеҙмәт иткәндә үк ҡаршы яҡтың яуға әҙерләнгәне һиҙелгән. “Яуҙа етеҙ булырға, үҙ-үҙеңде һаҡлар өсөн баш осона ла, аяҡ аҫтына ла, эргә-тирәңә лә ҡарап йөрөргә кәрәк. Хәрби хәрәкәт барған ерҙә үҙ-ара ярҙамсыллыҡ, намыҫлылыҡ, ҡыйыулыҡ кеүек сифаттар алға сыға. Хеҙмәт осоронда бер-беребеҙ менән туғанлашып бөттөк”, – ти ул. 2022 йылда көҙөн махсус хәрби операцияға алынған яугир пехота батальонына эләгә. “Кейем, ашау, техника яғынан тәьмин ителеш яҡшы, түләү ваҡытында килә, тыуған яҡтан килгән гуманитар ярҙам да рухты күтәрә”, - ти яугир.
Мәләүез, Салауат ҡалаһы уҡыусылары яҙған тыуған яҡ йылыһы бөркөлөп торған хаттар яугирҙәргә күңел йылыһы бүләк иткән. Әсәһе Әлиә Рәҡип ҡыҙы әйтеүенсә, ғаиләләге уртансылары әлеге мәлдә әрме сафында хеҙмәт итә, ул да дары еҫе татып өлгөргән. “Өләсәйем Фатима Латипова хеҙмәт армияһында булған. Балаларға һуғышты һәм аслыҡты күрергә яҙмаһын, тип теләй торғайны”, - ти ул. Өйҙәге иң өлкән кеше, оҙаҡ йылдар биология фәненән балалар уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡан 83 йәшлек Тимергөл Сәләхетдин ҡыҙы ла һүҙгә ҡушыла. “Ғафури районы Яугилде ауылынанмын. Мәрхүм иремдең атаһы, ейәнемдең ҡартатаһы Мостафа Ғәлимов та, минең атайым да Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған”, - ти ул яҡын кешеләренең исемен хөрмәт менән иҫкә алып.
Әсәһен, туғандарын һағынып ҡайтҡан яҡташыбыҙ яҡындары менән осрашып, күңелен бушатҡан. Көн дә маскировкалау селтәре үргән ауылдаш ағинәйҙәр осрашыу үткәргән. Ошо көндәрҙә Тыуған ил һағына яугирҙәр тағы яуға юлланды. Ҡәҙерле улдарын көткән әсәйҙәр хаҡына уларға иҫән-һау ҡайтырға насип итһен.