Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
28 Март 2024, 06:45

Ленера МИҢЛЕХАНОВА: “Ватан һаҡсыларына ярҙам итеү – беҙҙең тµп бурыс”

Махсус хәрби операция баш­ланыу менән яуҙағыларға ярҙам эше киң йә­йелдерелде. Тыныслыҡ, яҡ­таштар һаулығын һәм ғү­мерен ҡотҡарыу хаҡына күптәр ирекмәнлек хә­рә­кәтенә ҡушылды.

Ленера МИҢЛЕХАНОВА: “Ватан һаҡсыларына ярҙам итеү – беҙҙең тµп бурыс”Ленера МИҢЛЕХАНОВА: “Ватан һаҡсыларына ярҙам итеү – беҙҙең тµп бурыс”
Ленера МИҢЛЕХАНОВА: “Ватан һаҡсыларына ярҙам итеү – беҙҙең тµп бурыс”

Улар араһында Мәләүез ҡалаһынан Салауат Нурлыбаев етәкселегендәге “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһы ирек­мәндәре лә бар. Өс йыл да­уамында гуманитар ярҙам йы­йып, ай һайын Ленера һәм Мар­сель Миңлехановтар госпиталгә, алғы һыҙыҡтағы яугирҙәр янына юлға сыға. Ошо маҡсатта улар “Газель” машинаһы һатып алған. “Мәләүез районынан яуҙа йөрөгәндәр кәрәкле әйберҙәр исемлеген ебәреү менән юлға әҙерләнә башлайбыҙ”, - ти Ленера Радик ҡыҙы.

Ҡасандыр Ташкент ҡалаһында йәшәгән ҡыҙ 16 йәш тулыу менән өләсәһе янына Мәләүезгә ҡайтҡан, һатыусы һөнәренә уҡып сыҡҡан. Ошонда икенсе яр­тыһын табып, ғаилә усағы ҡор­ғандар. Ленера һәм Марсель Миңлехановтар улдары Даниил, Динис, Даниель, Эрнест, Руслан­ды ла илһөйәрлек өлгөһөндә тәрбиәләй. “Махсус хәрби операцияға ярҙам итеүҙе ғаиләбеҙ менән төп бурыс тип ҡабул иттек. 14 йәшлек Руслан улыбыҙ мотоциклын яугирҙәргә ебәрҙе, Эрнест улыбыҙ - дин юлында, донъя именлеге, яҡташтарыбыҙ иҫән-һау ҡайт­һын өсөн доға уҡый”, - ти Ленера ханым.

Ленера Радик ҡыҙы ҡуртымға бина алып, тегеү цехы асҡан. Ке­йем өлгөһөн бесергә “Йөрәк ҡушыуы буйынса” ирекмәндәр хәрәкәте етәкселәре Елена Давыдова менән Ирина Сычкова ярҙам иткән. Ярҙамсылар ҙа тиҙ табылған. “Һаулыҡ” төркөмөнә йө­рөгән апай-инәйҙәр килә. Мах­сус хәрби операцияла һәләк булған Радик Килмөхәмәтовтың әсәһе Сәриә апай килеп, күңеленә йыуаныс таба”, - ти ирекмән.

“Махсус хәрби операция миңә ҡағылмай, тип фекер йөрөткән­дәр ҙә юҡ түгел. Уларға шулай тип әйткем килә: яугирҙәр беҙ тыныс йоҡлаһын тип, үҙ эш ха­ҡына ҡорамал, техника ала. Һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам ит­һә, донъяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыр”, - ти ул.

Ленера Миңлеханова яңыраҡ госпиталгә тауар, ҡорал алыр­ға ярҙам иткән Мәләүез элеваторы (етәксеһе Азамат Фәт­ҡул­лин) 100 литр көнбағыш ма­йы, эшҡыуар Александр Замесин, “Техвидеосервис” (Бәғдәт Ниғмәтйәнов), “Кристалл” (Ольга Моисеева) магазиндары, эшҡыуар Валентин Әбйәлиловҡа рәхмәтле.

Себерҙә эшләгән ире ҡайтыу ме­нән Миңлехановтарҙы ауыр ҙа, хәүефле лә булған Луганск, До­нецк яҡтарына ике көнгә һу­ҙылған йыраҡ юл көтә. Йыйыл­ған, тупланған әйберҙәрҙе алып барып еткереү – бик яуаплы. Был изге эште улар күңел ҡушыуы буйынса башҡара.

 

Ленера МИҢЛЕХАНОВА: “Ватан һаҡсыларына ярҙам итеү – беҙҙең тµп бурыс”
Ленера МИҢЛЕХАНОВА: “Ватан һаҡсыларына ярҙам итеү – беҙҙең тµп бурыс”
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас