Көнгәк
+13 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
28 Апреля 2024, 23:57

ТОРМОШ ШАҢДАУ КЕҮЕК УЛ,,,

Аталы-уллы тауға күтәрелгәндәр. Бәләкәй малай яңылыш баҫып, аяғын ауырттырған да:

ТОРМОШ ШАҢДАУ КЕҮЕК УЛ,,,ТОРМОШ ШАҢДАУ КЕҮЕК УЛ,,,
ТОРМОШ ШАҢДАУ КЕҮЕК УЛ,,,

— А-а-а-а-а-а! – тип ҡысҡырып ебәргән.

Уның тауышы тауҙарға бәрелеп, шаңдау булып ҡайтҡан:

— А-а-а-а-а-а!

Малай ҡурҡып:

— Һин кем? – тип ҡысҡырған.

-Һин кем? – тигән яуапты ишеткән.

Үҙен үсекләгән кеүек тойған һәм малай тағы ҡысҡырған:

-Ҡурҡаҡ!

-Ҡурҡаҡ!

Шунан һуң малай атаһынан һораған:

-Был кем ул?

Атаһы йылмайған да:

-Ә хәҙер иғтибар менән тыңла! - тигән һәм “Мин һине хөрмәт итәм!” – тип ҡысҡырған.

Уға яуап та “Мин һине хөрмәт итәм” булған.

  • Һин яҡшы!
  • Һин яҡшы!

Малай ныҡ аптыраған.

-Был күренеш шаңдау тип атала. Дөрөҫөрәге тормош. Ул һиңә нимә әйтәһең, нимә эшләйһең шуны бирә, тип аңлатҡан атаһы улына.

Лена АБДРАХМАНОВА тәржемәһе.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас