Көнгәк
+30 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
30 Апреля 2024, 01:08

КӘРӘК ҺҮҘҘЕ МӘЛЕНДӘ ТАБАЙЫҠ

Бер көнсығыш хакимы төшөндә ауыҙындағы бөтә теше бер-бер артлы төшөп бөткән икән тип күргән. Ныҡ ҡурҡҡан ул, шунан төш юраусыны саҡырған.

КӘРӘК ҺҮҘҘЕ МӘЛЕНДӘ ТАБАЙЫҠКӘРӘК ҺҮҘҘЕ МӘЛЕНДӘ ТАБАЙЫҠ
КӘРӘК ҺҮҘҘЕ МӘЛЕНДӘ ТАБАЙЫҠ

Төш юраусы уны бик борсолоп тыңлаған да: "Эй, батшам, һиңә күңелһеҙ хәбәр еткерергә тейешмен. Тиҙҙән бөтә яҡындарығыҙҙы юғалтасаҡһығыҙ», - тигән.

Был һүҙҙәр хакимдың асыуын килтергән. Һөҙөмтәлә уны бикләп ҡуйырға ҡушҡан. Хеҙмәтселәренә икенсе төш юраусыны килтерергә бойорған. Тегеһе төштө тыңлағандан һуң: "Мин һиңә һөйөнөслө хәбәр еткереүемә бик шатмын! Эй, батшам, һин бик бәхетлеһең, оҙон ғүмерлеһең... Һин бөтә туғандарыңдан оҙағыраҡ йәшәйәсәкһең”, - тигән.

Уның нисек юрауы хакимға ныҡ оҡшаған һәм ҡыуандырғаны өсөн төш юраусыны йомарт бүләкләгән.

Хаким янындағылар ҙа, башҡалар ҙа бик ғәжәпләнгән. “Икегеҙ ҙә төштө бер мәғәнәлә аңлаттығыҙ бит. Ни өсөн тәүгеһен язаға тарттырҙы, ә һине, киреһенсә, бүләкләне?” – тип һорағандар икенсе төш юраусынан.

Ул былай тип яуап бирә: “Эйе, беҙ икебеҙ ҙә төштө бер төрлө юраныҡ. Әммә эш уны нисек итеп әйтә белеүҙә ине”.

...Эйе, кәрәкле һүҙҙе тейешле ваҡытта һәм урында әйтә белеү, ә ҡайһы бер ҙә өндәшмәй ҡалыу ҙур аҡыл шул.

Лена АБДРАХМАНОВА тәржемәһе.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас