

Яуҙа уның “Сталин” ҡушаматлы ҡустыһы йөрөй. Ә Достоваловсылар араһында “Худой”, “АБЗ”, Гриша” ҡушаматлы Ейәнсура егеттәре һуғыша. Тыуған яҡтан килгән ярҙам уларҙың рухын күтәрә.
Махсус хәрби операция биләмәһенә Ейәнсура ирекмәненең беренсегә генә барыуы түгел. Себерҙә эшләп, ялға ҡайтҡан арала үҙ аҡсаһына һатып алып, халыҡ телендә “буханка” тип йөрөтөлгән машина алып барғайны. Яңы йылдан һуң Унан һуң ейәнсуралар “Нива” тигән техника һатып алып, штурмлаусы яугирҙәргә тапшырған.
Илһөйәр Ейәнсура егете күрше Ырымбур өлкәһе, Һарыҡташ районына ҡараған “Ырымбур казактары” йәмғиәтендә лә тора, улар бергәләшеп гуманитар ярҙам йыйыу эшен әүҙем йәйелдергән. Ғаяз Ҡолоев кеүек рухлы, илһөйәр яҡташтар, беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!