Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
4 Май 2024, 02:44

БИК КӘРӘКЛЕ ИҒЛАН БУЛЫП СЫҠТЫ...

Бынан бер нисә йыл элек иртән эшкә барырға сыҡһам, автобус туҡталышында “Үҙегеҙ менән йылмайыу алығыҙ” тигән иғлан күреп ҡалдым.

БИК КӘРӘКЛЕ ИҒЛАН БУЛЫП СЫҠТЫ...БИК КӘРӘКЛЕ ИҒЛАН БУЛЫП СЫҠТЫ...
БИК КӘРӘКЛЕ ИҒЛАН БУЛЫП СЫҠТЫ...

 Әле лә күҙ алдында ул. Яңылышмы-юрамалмы хата ла ебәргән булғандар бит әле. Йылмайыу һүҙен ҡыҙыл, һары, йәшел, зәңгәр төҫтәр менән яҙғандар. Был ябай ғына яҙыу күптәрҙә йылмайыу уятҡанына шигем булманы, сөнки иғландың йыртмалы урындары алынып бөткәйне.

Тимәк, бик күптәр эшенә, ғаиләһенә, ҡунаҡҡа, яҡындарына, осрашыуға үҙе менән “йылмайыу” алып барған. Минең артымса килгән йәш ҡыҙ ҙа, иғланды уҡығас, бит остарын соҡорайтып йылмайып ебәрҙе. Яҙыу таяҡҡа таянған оло йәштәге апайҙың да кәйефен күтәрҙе.

Бөтәгеҙ ҙә билдәле йәнһүрәттәге йырҙың: “От улыбки хмурый день светлей” тигән һүҙҙәрен иҫләйҙер. Ысынлап та, йылмайыу ҙур көскә эйә. Мультфильмдағы кеүек, кеше йылмайһа, хатта болотло көн дә яҡтырып киткәндәй булғанын һәр кем тойғаны булғаны барҙыр был тормошта.

Йылмайыу кеше йөҙөндә сағылған хис-тойғоноң иң еңел аңлашылғаны, сөнки йылмайғанды әллә ҡайҙан күрергә мөмкин. Ҡайғы, борсолоу, ҡурҡыу тойғоһон, бәлки, йәшерергә лә мөмкиндер, әммә йылмайыуҙы тотоп булмай. Ауыҙ йырылмаған осраҡта ла, күҙҙәрҙән бөркөлгән нурҙан, яҡтылыҡтан кеше күңеле кисерешен  аңларға була.

Иғтибар итһәгеҙ, һәр ваҡыт йылмайып йөрөгән кешеләр була. Улар янында еңел, рәхәт. Шуға ла ундайҙар янында һәр ваҡыт дуҫтары, яҡындары күп була, уға тартылалар, ынтылалар.

Ғалимдар кеше аңы һәм йылмайыу араһында тығыҙ бәйләнеш булыуын иҫбатлаған. Мәҫәлән, йылмайған ваҡытта организмда эндорфин - бәхет гормоны - бүленеп сыға, шунлыҡтан кеше үҙен бәхетле тоя. Йылмайыу эргәләге кешеләрҙә лә ыңғай тойғолар уята. Ул бәхәсле, көсөргәнешле мәлде йомшартырға булышлыҡ итә.

Йылмайған кеше һәр ваҡыт һөйкөмлө, матур, йәш  булып күренә. Көлөү ғүмерҙе оҙайта тигәндәрен дә ишеткәнегеҙ барҙыр, йылмайған ваҡытта ла беҙҙең организмда һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһаған процестар бара. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, беҙ ҙә көн һайын үҙебеҙ эшләгән коллективҡа йылмайыу алып киләйек, ҡайтҡанда ғаиләбеҙгә лә ошо яҡты кисерештәребеҙҙе алып ҡайтайыҡ.

Ғәҙәттә туҡталышҡа йәбештерелгән иғландар оҙаҡ тормай. Шул көндө үк булмаһа ла, икенсе көнөнә уны алып ташлайҙар. Был иғлан иһә дүрт-биш көн эленеп торҙо һәм ошо дүрт-биш көн буйы бик күптәрҙең йөҙөндә ихлас йылмайыу тыуҙырҙы.

Ошондай иғландар күберәк булһын ине...

Лена АБДРАХМАНОВА.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас