Сығышы менән геройҙар ауылынан
Андрей Павлович сығышы менән өс геройҙың йәнтөйәге булған Һарыш ауылынан. Бында Советтар Союзы Геройы Миңлетдин Ғилметдин улы Әминов, Мәләүез еренең тағы бер данлыҡлы улы - Социалистик Хеҙмәт Геройы Сәлих Насретдин улы Зәйнәғәбдинов тураһында яҡты иҫтәлектәрҙе яҡташтары ҡәҙерләп һаҡлай. Һәм бына ошо бәрәкәтле ерҙә илдең тағы бер геройы - Андрей Павлович Мигунов 1964 йылдың 14 авгусында донъяға килә.
Бөйөк Еңеү көнө алдынан беҙ геройҙың бала сағы, мәктәп йылдары үткән, мөхәббәтен осратҡан тыуған яғына юлландыҡ.
Мәктәп урамы Һарыштың үҙәгенән үтә, урындағы халыҡ уны урыҫтар урамы тип тә атай. Столыпин реформаһы ваҡытында бында үтеп барыусы Тула урыҫтары төпләнә, хәҙер быуаттан ашыу урындағы халыҡ менән иңгә-иң терәшеп донъя көтә. Бына ошо киң урамда, мәктәптән алыҫ түгел, буласаҡ Рәсәй Геройының бала сағы уҙа.
- Андрей менән бер йортта йәшәнек һәм үҫтек, әсәйҙәребеҙ бер туған ине, - тип хәтерләй ағаһы Михаил Лукинских. - Буш ваҡытта Ағиҙел йылғаһында балыҡ тоторға яратты. Ҡыш көнө дуҫтары менән урамда һырғалаҡ яһап, шайба ҡыуып йөрөй ине. Дөйөм алғанда, ябай ауыл малайы булып үҫте ул, тәртип боҙоп йөрөгәнен иҫләмәйем. 10-сы класты тамамлағас әллә гәзиттә, әллә башҡа урында хәрби училищеға ҡабул итеү тураһында иғлан күреп ҡалды. Оҙаҡ уйлап тормай, Волгоград өлкәһе Камышин ҡалаһына барып уҡырға инде. Ул ваҡытта ауыл мәктәбен тамамлаусы егеттең юғары хәрби училищеға уҡырға инеүе бик юғары күрһәткес ине! Андрей ысынлап та тырыш булды, яҡшы уҡыны, - ти Михаил Викторович.
- Әлбиттә, Андрейҙы хәтерләйем, - тине һорауымды ишеткәс тә педагогик хеҙмәт ветераны Рауза Саҙретдинова. - Мигунов хәрби училищеға уҡырға инергә йыйынғанда, шәхсән үҙем уға характеристика яҙҙым бит. Андрейҙың характерына һәм донъяға ҡарашына олатаһы Евстигней Кириллов ныҡ йоғонто яһағандыр, тип уйлайым. Ул ауылда беренсе тимерсе, балта оҫтаһы булды. Евстигней олатай, уның тиҫтере Константин Шестаков, мин һәм уҡыусылар даими рәүештә Һарыш ауылы янындағы Әйләнде тауына йөрөнөк. Унда соҡорға оҡшап ҡалған окоптар һаҡланған ине. Граждандар һуғышы осоронда бында Ҡыҙыл Армия һәм аҡ гвардиясылар ҡан ҡойошло алыштар алып барған. Ололар төрлө тарихтарҙы мауығып һөйләне, ә беҙ балалар менән ихлас тыңланыҡ, ҡыҙыҡһыныуыбыҙ артты, ата-бабаларыбыҙҙың хәрби эштәре тураһында тағы ла күберәк белергә теләнек.
Әйткәндәй, ул йылдарҙа Ленин исемендәге колхозда 22 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы иҫән була. Рауза Сәйфулла ҡыҙы уларҙы мәктәпкә сараларға саҡыра, һәр береһенең биографияһын яҙып ала. Ике йыл хат алышҡандан һуң тағы бер ҡаһарман яҡташыбыҙ - Михаил Никандрович Байков менән танышыу сараһы ойоштора. Был билдәле генерал-майор ҙа Һарыш ауылында тыуған. Ул Мәскәүҙән Мәләүезгә ике тапҡыр килә, тыуған ерендә ойошторолған осрашыуҙарҙың маҡтаулы ҡунағы була.
- Ә Андрей Мигунов, Михаил Лукинскихтарҙың ғаиләләре менән беҙ ихлас аралаштыҡ, - тип дауам итте хәтирәләрен Рауза Саҙретдинова. - Андрейҙың Евстигней олатаһы тураһында әйтеп киттем инде, ә өләсәһенең исеме Клавдия ине, ул бик талапсан, уҫал ҡатын булды. Әсәһе Мария Андрейҙың атаһы менән айырылышҡандан һуң ҡабат кейәүгә сыҡты, Володя ҡустыһы тыуҙы. Күрәһең, шуға күрә Андрей үҙ аллы, яуаплы һәм етди булып үҫкәндер. Ул тормошонда өлгәшкән бөтә бейеклектәрҙе үҙе яуланы, үҙен-үҙе шәхес итте тип ышаныс менән әйтә алам, - тип йомғаҡланы һүҙен Рауза Сәйфулла ҡыҙы.
Афған уны сыныҡтырҙы
Был урында Андрей Павловичтың биографияһына кире әйләнеп ҡайтайыҡ. А.П. Мигунов Волгоград өлкәһендәге Камышин юғары хәрби төҙөлөш команда училищеһын тамамлай, 1985-1987 йылдарҙа Афғанстанда интернациональ бурысын үтәй.
- Хәрби училище тамамлағандан һуң улар бөтә курстары менән контракт төҙөп Афғанстанға китә, - тип хәтерләй Михаил Лукинских. - Ул вәхшәттә күп кенә курсташтары вафат була, Андрей ҙа яраланып ҡайтты. Әммә был һынау уның хеҙмәт итеү, ҡулына ҡорал алып, Ватан мәнфәғәттәрен яҡлау теләген һүндермәне. Бер аҙ ял итте лә, һаулығын нығытып хәрби хеҙмәтен дауам итергә китте. Ауылға йыл һайын ҡайта ине. Сөнки уның ҡатыны Любовь Александровна шулай уҡ беҙҙең яҡтарҙан. Уның ата-әсәһе сығышы менән Һарыш ауылынан, Ишембай ҡалаһында йәшәнеләр, ә бында Люба өләсәһе Анастасияға ҡайтып йөрөй торғайны.
Рәсәй Геройының туғандары менән Һарыш ауылының Мәктәп урамы буйлап йөрөнөк. Андрей йәшәгән, хәҙер ағаһы Михаил Лукинскихтар ғаиләһе менән торған йорттан Любовь Александровнаның өләсәһе йәшәгән өйгә тиклем бик алыҫ түгел. Ике йорт та, улар араһындағы һуҡмаҡтар, ике ихатанан да күренеп торған мәктәпкә юл, әйтерһең дә, ҡыйыу яҡташыбыҙҙың эҙҙәрен һаҡлай...
Урындағы мәктәптә ҡаһарман улының, хеҙмәттәштәрен ҡотҡарған Андрей Мигуновтың батырлығы тураһында һаҡланған хәтер тураһында киләһе баҫмала һөйләрбеҙ.
Гөлиә ШАҺИҒӘЛИНА.