Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
20 Июнь 2024, 08:15

Ә БИТ МИН ЙӘМИЛӘНЕ ЯРАТА ИНЕМ...

Йәмиләне гел нахаҡҡа рәнйеттем. Быны уны кәмһетергә, мыҫҡыл итергә теләүҙән түгел, ә  үҙемде аҡлар өсөн шулай эшләгәнмендер, тип уйлайым.

Ә БИТ МИН ЙӘМИЛӘНЕ ЯРАТА ИНЕМ...Ә БИТ МИН ЙӘМИЛӘНЕ ЯРАТА ИНЕМ...
Ә БИТ МИН ЙӘМИЛӘНЕ ЯРАТА ИНЕМ...

Йәш саҡта бер матур ҡыҙ-ҡатынды ла урап үтмәнем. Үҙемдең кәләш бына тигәнлеген белһәм дә, әллә нимә ҡотортто. Тураһын әйткәндә ныҡ аҙғын булдым. Хатта үҙебеҙҙең туйҙа ла Йәмиләнең әхирәтен һарайға алып сығыу форсатын таптым.

Үҙемә үҙем аптырайым: ни өсөн шулай булдым мин? Ә бит Йәмиләне ярата инем. Эргәмдә булғанда ла һағына инем. Уның матурлығына, уңғанлығына, аҡыллы булыуына һоҡлана инем. Ә мин, киреһенсә, шаҙра битле, йәш саҡта һытҡы сығып, шуның урындары ҙур-ҙур яры ҡалдырып уңалғайны, ҙур танаулы, шырт сәсле ир ишаратымын. Шул буйым бар ине лә, һәр эште уртанан тотоп эшләй торған көслө ҡулдарым бар ине. Ни өсөн миңә кейәүгә сыҡҡанын да белмәй инем. Тәүҙә берәй егеттән алданғандыр ҙа, оятын ҡаплар өсөн миңә кейәүгә сығырға ризалашҡандыр, тип уйланым. Ә Йәмилә саф ҡыҙ ине, күңеле лә, үҙе лә таҙа ине.

Үҙем райүҙәктә еңел холоҡло ҡатындар менән ғишыҡ-мишыҡ уйнап ҡайтам да,  уны кәмһетә инем.  Ауылдағы бөтә иргә-егеткә нахаҡҡа ҡушып яфаланым. Хатта фалиж һуғып, күптән түшәктә ятҡан Миңлемырҙа бабай ҙа ҡалманы.

Биш йыл түҙҙе минең холоҡҡа. Үҙебеҙ һалған яңы йортҡа күскән йылды бер пакет менән генә сыҡты ла китте. Яҙыу ҙа ҡалдырманы, аңлатманы ла. Мин бүләк иткән алтын алҡаһын ғына түгел, никах балдағын да ҡалдырған ине.

Ҡырҡ йыл ваҡыт үтте. Ә мин уны һаман яратам...

Борис И.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас