Ҡуҙы
Аҙна күңел кисерештәре, шулай уҡ физик йәһәттән дә тотороҡло түгел. Алыҫ сәфәргә юлланыуҙан тыйылып тороғоҙ.
Буға
Аралашыу һәм яңы танышлыҡ булдырыу өсөн ҡулайлы осор. Был һеҙгә киләсәктә файҙа килтерәсәк. Эш һәм ялығыҙҙы дөрөҫ ойоштороғоҙ.
Игеҙәктәр
Һаулыҡҡа һәм кәйефегеҙгә иғтибар итегеҙ, уға күптән тупланып килгән физик арыу ҙа тәьҫир итә. Ниндәй ҙә булһа ҡарар ҡабул итер алдынан ныҡлап уйлағыҙ.
Ҡыҫала
Ҡатмарлы осор. Һеҙҙең әүҙемлек, тырышлыҡ көтөлгән һөҙөмтә бирмәҫкә мөмкин, күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ! Ситтәрҙең кәңәш һәм ярҙамына мохтаж булһағыҙ ҙа, үҙегеҙсә эшләгеҙ.
Арыҫлан
Ял итеү, көс туплау, һаулыҡҡа иғтибар бүлеү өсөн һәйбәт аҙна. Инициатива күрһәтергә тырышмағыҙ. Һәр нәмәлә сама белегеҙ.
Ҡыҙ
Сағыштырмаса ығы-зығыға бай аҙна, әммә уларҙың аҙағы яҡшы. Артыҡ көсөргәнештең һаулыҡҡа насар йоғонто яһауы бар, баланс һаҡлағыҙ.
Үлсәү
Был аҙнала һөнәри эшмәкәрлек, карьера үҫеше - беренсе урында. Идеяларығыҙ төрлө ҡаршылыҡтарға барып “терәлә”, күңелегеҙ ятмаған сарала ҡатнашыу һеҙҙең мәнфәғәттә түгел.
Саян
Яңы проекттарҙы тормошҡа ашырырһығыҙ. Был осорҙа күп һөйләмәгеҙ, артыҡ ҡыҙыҡһыныусан булмағыҙ, башҡаларға оҡшамаҫ.
Уҡсы
Пландарығыҙҙы яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ менән бергәләп тормошҡа ашырығыҙ. һеҙҙең генә тырышлыҡ урынһыҙ һымаҡ. Кредит йәки башҡа финанс ярҙам алыу ыңғай хәл ителә.
Ылаҡ
Көндәлек тормош ығы-зығыһына иғтибар итмәгеҙ. Яңы танышлыҡ булдырығыҙ. Тирә-яҡтағыларға дорфа булмаҫҡа кәңәш ителә.
Һыуғояр
Һаулығығыҙға ныҡлы иғтибар талап ителә. Проблеманың сиселешен кемдәндер көтмәгеҙ, әүҙемерәк булығыҙ. Яҙмышығыҙҙы үҙ ҡулығыҙға алығыҙ, аҡсағыҙҙы юҡҡа сарыфламағыҙ.
Балыҡ
Уңышлы осор. Ҡасандыр яһаған хатаны төҙәтеү мөмкинлеге барлыҡҡа килер. Эш йәки балалар менән бәйле мәсьәләне ыңғай хәл итә алаһығыҙ.