Ҡалала тыуып үҫкән башҡорт малайы ул. Ә кәләште ауылдан алды. Минең нәҫелдәшемде. Дүрт йәшлек улы менән русса ғына аралаша.
Бер көндө был малай әсәһе менән балалар баҡсаһынан ҡайтып килә. Әсәһе:
- Һаумыһығыҙ! - тиеү менән, уның артынан миңә:
- Һау-мы! - тип ҡысҡырып ебәрҙе. Әллә күпме милләттәштәрем әйткән был һүҙҙе бала ауыҙынан туған телебеҙҙә ишетеү минең өсөн әйтеп бөтөргөһөҙ оло ҡыуаныс булды, сөнки ул бөтөнләй яңыса мәғәнәлә ишетелгән һымаҡ тойолдо миңә. Әсәһе лә улының шулай сатнатып башҡортса һаулыҡ һорашыуына ихлас ҡәнәғәтлек менән йылмайҙы. Их, шундай башҡорт балалары күберәк булһын ине ул, тип ҡуйҙым эстән генә.
Теләгәнем алдыма килде: бер аҙнанан йәнә урамда бер яҡташым, мине танып, эргәмә килеп:
- Һаумыһығыҙ! - тип күрешеүгә, бәләкәй улы атаһының артынан:
- Һаумыһығыҙ! - тип күрешергә бәләкәй генә ҡулын һуҙҙы.
Тәлғәт ШАҺМАНОВ.