Эйе, минең атайым уныҡы кеүек мәктәп директоры түгел, әсәйемдең дә һатыу киоскыһы юҡ. Әммә хәләл көсө менән тырышып, етеш тормошта йәшәйҙәр.
Ирем ҡәйнәм кеүек ныҡ иҫәпсел булды. Һәр тинен һананы, коммуналь түләүҙәрҙең иҫәпләү приборындағы һандарҙы кәметеп, 3-4 һумын булһа ла биреп еткермәүҙе әллә нәмә һымаҡ күрҙе. Ашауға аҡсаһын йәлләһә лә, фырт кейенергә яратты. Кеше беҙҙең нимә ашағанды күрмәй, ә кейемгә ҡарап фекер йөрөтә, тине.
Туй аҡсаһын ипотекаға тәүге иғәнәгә тотонайыҡ та, фатир алайыҡ тиһәм, ишетергә лә теләмәне. Дәүләткә өс тапҡыр артыҡ түләгең киләме, аҡса йыяйыҡ тип, бүләк аҡсаны өс йыл көн дә һананы. Әйтерһең дә, уны кемдер тотоноп йөрөй йәки артып ята. Һанаған һайын икенсе урынға йәшерә. Онотоп таба алмай йөрөгәне лә булды. Шулай ҙа фатир алырға күндерҙем. Ҡайны-ҡәйнә менән йәшәгәндә эш менән булып уның һуң ҡайтыуына бик иғтибар бирмәгәнмен икән. Баҡһаң, ул тәүге мөхәббәте менән осрашып йөрөгән.
Бер көндө улар теге ҡатындың иренән ҡасып аварияға осраны. Һөҙөмтәлә ирем ҡулын һындырып, оҙайлы дауаланды. Төрмәгә ултырмаҫ өсөн һөйәркәһенең һаулығына килтергән зыянды, ипотеканы түләр өсөн туйҙа ул “хәлһеҙ генәләр” тип көлөп ултырған атай-әсәйем, туғандарым күҙ төбәп торған һыйырҙарын, ҡолоно менән бейәһен һатып, кредит алып түләште. Директор ҡайным менән эшҡыуар ҡәйнәм ярҙам итеү түгел, бөтә районға хур иттең тип, улдарынан шунда уҡ баш тартты.
Нимә күргәнемде, кисергәнемде үҙем генә беләм. Минең өсөн борсолмаһындар өсөн нисек йәшәгәнебеҙҙе атай-әсәйем түгел, әхирәтемә лә һөйләмәнем. Хәҙер ауыр ваҡыттар үтте, ике ҡыҙыбыҙ буй еткерҙе. Байтаҡ ваҡыт үтһә лә, көн боҙолған һайын иремдең тимер менән ҡоршалған яурыны, һынған ҡулы һыҙлап яфалай. Шул ваҡытта күңелем тантана итә.
Үсәүҙән түгел, хатта нилектән икәнлеген аңлата ла алмайым.
Фәриҙә Ғ.