Бөгөн ҡаланың М.Буранғолов исемендәге 1-се китапханаһында магазинда һатылған сәйҙән тыш үҙ яғыбыҙҙа үҫкән шифалы үләндәрҙән яһалғаны ла бар ине. "Тәбиғәт биргән байлыҡ" тип исемләнгән сараны китапхана хеҙмәткәре Рәзилә Ҡотлогилдина алып барҙы. Рәзилә Фатих ҡыҙы тәбиғәттә үҫкән файҙалы үләндәр, уларҙың кеше һаулығына шифаһы хаҡында һөйләне. Сәй байрамында ҡатнашыусыларға презентация күрһәтелде, улар викторина һорауҙарына яуап бирҙе.
Сара хаҡында тулыраҡ гәзиттә баҫылыр.
Л.Хәйруллина фотолары.