Һарыш мәктәбе география уҡытыусыһы Светлана Булатова ошо көндәрҙә уҡыусылары, хеҙмәттәштәре, дуҫтары һәм яҡындарының ҡотлауын ҡабул итә.
Светлана Әмирйән ҡыҙы мәктәптән һуң Сибай педагогия училищеһын тамамлай һәм хеҙмәт юлын Илеш районы Үрге Йәркәй ауылында башлай. Яҙмыш елдәре уны 90-сы йылдарҙа Һарыш ауылы мәктәбе менән бәйләй. Ҡыйыу ҡарашлы йәш белгес хеҙмәттәштәре, балалар менән уртаҡ тел тиҙ таба. Пионервожатый булараҡ, улар менән төрлө темаға саралар ойоштора, тәбиғәтте һаҡлау, тыуған яҡ тарихын өйрәнеү йүнәлешендә эш алып бара. Аграр лицей асылғас, һигеҙ йыл интернатта тәрбиәсе була. Хеҙмәт юлының ошо осоро уның хәтерендә йылы кисерештәр булып һаҡлана. Район-ҡаланан йыйылған 50-нән ашыу уҡыусы менән төрлө темаға уҙғарылған саралар уларҙы илһөйәр, кесе Ватанын яратҡан балалар итеп тәрбиәләй. Бөгөн дә байрамдарҙа сығарылыш уҡыусыларының йылы сәләмдәрен алыу уның өсөн ҙур баһа. Белемгә ынтылған белгес ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтының география факультетын тамамлай һәм 35 йылдан артыҡ Һарыш мәктәбендә балаларға ошо фәндән белем бирә. Үҙ өҫтөндә эшләгән педагог белемен даими камиллаштыра, курстар үтә. Светлана Әмирйән ҡыҙының предметына һөйөүе, уҡыусыларына ихтирам, башлаған эшен урынына еткереп башҡарыуы, инициативалы булыуы хөрмәт уята. Уҡыусыларының имтиханда уның фәнен һайлауы һәм юғары балл йыйыуы ошоға дәлил.
Хеҙмәттәштәре әйтеүенсә, ул һәр ваҡыт ижади эҙләнә, асыҡ дәрестәре, кластан тыш саралары юғары кимәлдә үтә. Үҙ фәненә һөйөү уның уҡыусыларына ла тапшырыла, улар юғары уҡыу йорттарында география факультеттарын һайлап, уңышлы эшләп йөрөй. Светлана Әмирйән ҡыҙының тырыш хеҙмәте төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталары менән билдәләнгән. Мәләүез районы хакимиәте башлығы грантына ла лайыҡ, «ЮНЕСКО»ның Рәхмәт хаты ла бар. «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2018 йыл» республика конкурсының муниципаль этабы призеры ла булды.
Тәжрибәле уҡытыусы ҡала һәм район уҡыусыларының олимпиада эштәрен тикшереү буйынса комиссия ағзаһы ла булып тора. Ғөмүмән, Светлана Әмирйән ҡыҙы балаларҙан уҡытыуҙан тыш, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Һайлау осоронда уны территориаль һайлау комиссияһында осратһаң, бер аҙҙан уны ауыл биләмәләре араһында уҙғарылған спорт байрамдарында, саңғы ярыштарында күрергә мөмкин. Умартасылар араһында ойошторолған район конкурсында ла әүҙем ҡатнаша ул. Никах, туй тантаналарына заказға бәлеш, сәк-сәк, бауырһаҡ бешерергә лә ваҡыт таба – был да уның яратҡан шөғөлө.
“Саҡ ҡына форсат сыҡһа, тәбиғәткә сығырға, урман-тауҙар ҡыҙырырға, еләк-емеш, үлән йыйырға яратам. Көстө тирә-яҡ мөхиттән, яратҡан кешеләремдән алам”, - ти мәҡәләбеҙ геройы, нисек ваҡыт һәм энергия еткереүен һорағас.
Тормош иптәше Рафаэль Сәлим улы менән балалар тәрбиәләп, уларҙы үҙ аллы тормош юлына лайыҡлы баҫтырҙылар. Бөгөн улар үҙ ғаиләләре менән йәшәй һәм яратҡан эштәре менән шөғөлләнә.
“Ейән-ейәнсәрҙәремде тәрбиәләүҙә ярҙам итәм, яҡшы өләсәй булырға тырышам. Был минең өсөн бик ҙур шатлыҡ, күңелемә ял”, - ти ул.
Светлана Әмирйән ҡыҙына артабан да уңыштар юлдаш булһын. Яҡын кешеләренең ихтирамын тойоп, яратҡан эше-шөғөлөнән кинәнес алып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын.