Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
26 Февраль 2025, 10:00

“Аҡтирмән” Мәләүез бренды булырлыҡ ризыҡ етештерә

Һуңғы йылдарҙа күптәр сәләмәт  тормош алып барыуға иғтибар бүлә. Был йәһәттән мәләүездәрҙе бәхетле тип әйтһәк тә була, сөнки нәҡ беҙҙә экологик яҡтан таҙа ризыҡ етештергән “Аҡтирмән” предприятиеһы эшләй.

“Аҡтирмән” Мәләүез бренды булырлыҡ ризыҡ етештерә“Аҡтирмән” Мәләүез бренды булырлыҡ ризыҡ етештерә
“Аҡтирмән” Мәләүез бренды булырлыҡ ризыҡ етештерә

Һуңғы йылдарҙа күптәр сәләмәт  тормош алып барыуға иғтибар бүлә. Был йәһәттән мәләүездәрҙе бәхетле тип әйтһәк тә була, сөнки нәҡ беҙҙә экологик яҡтан таҙа ризыҡ етештергән “Аҡтирмән” предприятиеһы эшләй.

 16 йыл элек Рима һәм Заһир Күлбаевтар нигеҙ һалған ғаилә эшҡыуарлығын бөгөн ейәнсәрҙәре Кристина етәкләй. Ойошмала эшмәкәрлек киң йәйелдергән: тәүлегенә тоннаға яҡын етештерелгән продукция араһында кәүҙә ауырлығына йоғонто яһаған натураль коктейль, тиҙ бешерелә торған аш, талҡан, йөҙөм, күрәгә ҡушып яһалған татлы батон ҙур популярлыҡ менән файҙаланыла. “Дәүләт  ярҙамынан өҙмәй. 2019, 2021, 2023 йылда төргәкләү ҡорамалы алыр өсөн субсидия менән ҡулландыҡ. Тәүлегенә биш тонна ла етештерерлек ресурсыбыҙ бар. Тик беҙ уны запасҡа эшләмәйбеҙ. Файҙалы ризыҡты үҙебеҙҙең республиканан тыш Ҡаҙағстан, Үзбәкстанға оҙатабыҙ, “Фармленд” аптека селтәре, “Озон”,  “Вайлдберриз” интернет магазины аша ла алдыртырға мөмкин, ҡала сауҙа нөктәләрендә лә һатыла”, - ти Рима Сәйфетдин ҡыҙы.

Хәләл ризыҡ етештергән Күлбаевтар Ғәрәп Әмирлектәрендә, Ханты-Манси автономиялы округында, Новосибирск ҡалаһында уҙған “Гемма” конкурстарында еңгән, 2015 йылда Ҡытайҙа күргәҙмәлә ҡатнашҡан. Аҡтирмәндәр етештергән тауар “Иң яҡшы Рәсәй тауары” иҫәбенә индерелгән һәм ике мәртәбә алтын миҙал менән бүләкләнгән.

 Предприятиела тиҫтә йылдар дауамында берҙәм, эшлекле коллектив тупланған. Аппаратсы Роман Степанкин үҙ эшенә яуаплы,  кәрәк икән ял көнө лә сығып эшләй, әҙер продукция келәте мөдире Закир Әмиров та эшкә маһир, баш бухгалтер Рәил Аҡсурин электр эшенә лә оҫта,  кәрәк икән машинаға ултыра, ғомүмән һәммәһе бер-береһен аңлап эш итә.

 Ғәлиә Кәримова, Мәләүез ҡалаһының “Һуғыш йылы балалары” ойошмаһы етәксеһе:

  • Тәү сиратта үҙҙәренң килемен түгел, ә һатып алыусыны уйлап эш иткән эшҡыуарҙарҙың продукцияһын бигерәк тә ураҙа тотҡан осорҙа яратып алам. Тикшеренеүҙәр талҡандың нервы системаһына тәьҫир иткән В витаминына бай булыуын асыҡлаған. Юҡҡа ғынамы, ашаған ризыҡ дарыу кеүек булырға тейеш тип әйтмәгәндәр. Талҡанды ҡулланыу ҡан тамырҙарындағы холестирин кимәлен кәметә. Цинк, калий, йод һәм каротин, аҡһым, аминокислоталар кеүек органик матдәләр эндокрин, йөрәк-ҡан тамырҙарын нығыта. Күҙәнәкле туҡыма организмды токсиндарҙан, ауыр металдан  таҙалай, эс ҡатыу кеүек күренеш булмай, йыуан эсәкте  рак сиренән һаҡлай. Хәтерләйем, беҙ үҙебеҙ ҙә студент ваҡытта асығып китһәк, өйҙән килгән ҡурмас итеп ҡурып тарттырылған бойҙайҙан һары май менән әүәләнгән талҡан менән тамаҡ туйҙыра инек, тәме әле лә тел осонда кеүек. Уның файҙаһын аңлаған кеше талҡанһыҙ йәшәй алмай, аңламағаны бушҡа бирһәң дә ашамай.
  • Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:
  •  - беҙҙең аҙыҡ-түлек сәнәғәтенә ярҙам программаһы эшләй. Һәм предприятиеларыбыҙҙың йөҙөп йөрөмәүе бик ҡыуаныслы - улар ышаныслы алға атлай. Беҙ тәү сиратта эске баҙарҙа брендтарыбыҙҙы эшкәртеүгә һәм үҫтереүгә баҫым яһайбыҙ.2024 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн 1 миллиард һум бүленгән, «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ» милли проектын тормошҡа ашырыуға 445 миллион һумдан ашыуы йүнәлтелгән. Муниципаль берәмектәр 100 миллион һум,  республика бюджетынан һәм урындағы бюджеттарҙан 80,5 миллион һум алды. 485 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты һәм 28 үҙмәшғүл граждандар субсидия алды. Төбәк учреждениелар дөйөм алғанда 658 эшҡыуарға 3,2 миллиард һум күләмдә финанс ярҙамы күрһәтә. Беҙҙең микрокредит компанияһы цифрлы платформаһы аша рәсмиләштерелгән займдар һаны буйынса Рәсәйҙә беренсе урынды алды.
“Аҡтирмән” Мәләүез бренды булырлыҡ ризыҡ етештерә
“Аҡтирмән” Мәләүез бренды булырлыҡ ризыҡ етештерә
“Аҡтирмән” Мәләүез бренды булырлыҡ ризыҡ етештерә
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас