Меңдәр араһынан ике кеше бер-береһен эҙләп таба ла, киләсәккә ҡарап, бер юлдан атлап китә. Һөйөү, өмөт һәм яҡты хыялдарын юлдаш итеп. Барыр юл оҙон, уны үткән саҡта осраған һынауҙар ҙа аҙым һайын...
Бер-береһен осратып, етәкләшеп матур тормошҡа атлап киткән Эльвина һәм Азамат Күҫәповтарҙың мөхәббәт тарихын тыңлағанда, уларҙың һуҡмаҡтары килеп киҫешкәнгә тиклем үк, нисектер гел йәнәш үрелеп барған кеүек тойолдо.
Азамат ул саҡта Эльвинаның Рәфис еҙнәһе менән бер ойошмала эшләгән була. Бер көн егеттең кәйефһеҙерәк йөрөгәнен күргән өлкән хеҙмәттәше, уның күңел ҡылын сиртеп ҡарамаҡ итеп: «Үҙең бигерәк шәп егетһең, йөрөгән ҡыҙың бармы һуң?» тип һорап ҡуя. Йәш кеше кенә артыҡ асылырға ашыҡмай: «Йөрәккә ятҡаны юҡ шул», - тип һөйләшеүҙе ҡыҫҡа тота.
- Шул мәл, еҙнәм, миңә был һүҙҙәр үтә таныш, уларҙы нисәмә тапҡыр ишеткәнем дә бар, - ти ҙә, Азаматты минең менән таныштырмаҡ булып китә. Ысынлап та, күңелемә ятҡан егеттәр осрамағас, үҙем дә уға гел шулай тип әйткән булғанмын икән, - ти әңгәмәсем.
Йәштәр 2009 йылда танышып, ярты йыл осрашып йөрөгәс, Азаматты хәрби хеҙмәткә алалар. Ҡыйыу ҡыҙ Ырымбур өлкәһендә хеҙмәт иткән һөйгәне янына барып та йөрөй.
Һалдат, армиянан ҡайтыуын бер көнгә һуңлатып әйтеп, Эльвинаһына көтөлмәгән бүләк яһай: ишекте асып ебәреүгә ҡупшы гөлләмә тотоп йылмайып торған егетен күргәс, ул ни әйтергә белмәй ҡаушап ҡала.
- Азаматым шулай сюрприз яһарға, бүләк бирергә ярата торғайны. Йомшаҡ уйынсыҡ һатып алып өҫтәлгә ҡуйып китһенме, үҙ ҡулдары менән рәсем төшөрөп ҡалдырһынмы, - тип хәтирәләрен барланы яугир кәләше. - Ул изге күңелле, тыныс холоҡло, туғандарға, яҡындарға ярҙамсыл, донъяны яратҡан кеше ине. Уның үҙен дә яҡын күргәндәр күп булды. Әсәйем Зөлфиә Урал ҡыҙы ла кейәүен үҙ балаһылай ҡабул итте.
Ихлас һәм эскерһеҙ булғанлыҡтан, иремдең бар кисергән тойғоһо йөҙөндә сағылыш тапты. Бер тере йәнгә зыян килтермәне үҙе, хатта өйгә килеп ингән бал ҡортон, һағыҙаҡ, себенде тәҙрәне асып, тышҡа сығарып ебәрер ине. «Миңә улар ғүмерен ҡыйыу хоҡуғы бирелмәгән» тигәне хәтерҙә. Ул тәбиғәтте, матурлыҡты яратты. Бергәләп сәйәхәт иттек, шарлауыҡтарҙы барып күрҙек, тауҙарға күтәрелдек. Эште ир-егеттекенә, ҡатын-ҡыҙҙыҡына бүлмәне, тотто ла эшләне. Ирем киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйып, хыялдар ҡороп йәшәне, - ти Эльвина Венер ҡыҙы.
Ун дүрт йыл яҡты хыялдар менән янып, тырышып донъя көтөргә, өй һалырға сәмләнгән парҙың тормошон ил өҫтөнә килгән көсөргәнешле хәл ике өлөшкә бүлә...
- Илдә мобилизация иғлан ителгәнсе үк, Азамат ҡыуыш ҡороу, ҡырағай тәбиғәт шарттарында йәшәргә өйрәнеү ысулдары менән ҡыҙыҡһына башлағайны. Күңеле нимәлер һиҙгән булдымы икән? - ти әңгәмәсем.
2022 йылдың сентябрендә Азамат Абдразаҡ улы мобилизация сиктәрендә МХО-ға алынғас, Күҫәповтарҙың ғүмер китабына «Яуҙан һуң» тигән һынылышлы осор яҙыла. Ғаилә башлығы Ватан һағына баҫырға тигән саҡырыуҙы ир-егеттәрсә, ҙур яуаплылыҡ менән ҡабул итә. «Беҙ булмаһаҡ, илде кем һаҡлар?» тигән һорауын ул яҡындарына ғына түгел, тәү сиратта, үҙ-үҙенә биргән булғандыр, моғайын.
Яйы тура килгән һайын өйөнә шылтыратып торған һалдат үҙен хәрбиҙәрсә тота: зарланмай, яратҡан кәләшенә «тегендә»ге хәлдәрҙе һөйләп борсомай, ауырлыҡ һалмай.
Яҙмыштың ниндәй боролош алырын, үкенескә күрә, бер кем дә алдан белмәй шул. Яҡын киләсәктә осрашыу көтөп йәшәгән йәштәрҙең дә уртаҡ хыялдары хыял көйөнсә генә тороп ҡала...
Ваҡыт үтеп, яралар бер аҙ уңалғас, тәүәккәл холоҡло яугир ҡатыны уларҙы ҡулынан килгәнсә ғәмәлгә ашырырға тырышыр. Гүзәл зат, ил именлеге өсөн көрәштә батырҙарса һәләк булған иренең яҡты иҫтәлеге хаҡына бергә ҡорған маҡсаттарына табан атлар өсөн үҙендә көс таба алһын ине тип теләйек.
Ни хәл итәһең, тормош дауам итә. Тимәк, һынауҙар алдында һынмаҫҡа, алға барырға, йәшәргә кәрәк.
Фото архивтан алынды.