Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
14 Март 2025, 12:15

Сәфәргә барып ҡайтайыҡ!

“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  инициативаһы менән 2020 йылдан тормошҡа ашырыла.

Сәфәргә барып ҡайтайыҡ!Сәфәргә барып ҡайтайыҡ!
Сәфәргә барып ҡайтайыҡ!

Кешеләрҙең әүҙем ғүмер оҙонлоғон арттырыу, өлкән йәштәгеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу маҡсатында алып барылған был проект районда ҙур уңыш менән файҙаланыла: хаҡлы ялдағы мәләүездәр һуңғы йылдарҙа ихлас сәфәр итә. Бөгөн рәсми сайтта  1523 кеше теркәлгән, 814-е ял итеү форсаты менән файҙаланған, шуларҙың 49-ы Белорусияға сәйәхәт ҡылған.

Бер көнлөк турҙа  транспорт хаҡы дәүләт иҫәбенә субсидиялана: ашауҙы иҫәпкә алмағанда, хаҡлы ялдағылар өсөн улар бушлай ойошторола, унан тыш һаулыҡтары страховкалана. Сәйәхәтте оҙатып барыусы, медицина хеҙмәткәре  оҙатыуындағы турҙар  көндәр йылына башлағас, апрелдән сентябрь аҙағына тиклем бара. Ошоға тиклем Красноусолға, Торатау шиханына, Миәкә районындағы Нарыҫтауға,  Нуриман районындағы Ҡыҙыл шишмә (Красный Ключ), Благовар районындағы монастырға, Шишмә районы биләмәһендә урынлашҡан “Торахан” музейына, Өфөгә экскурсияға, Баймаҡ районында үткән “Башҡорт аты” фестиваленә барып ҡайтҡандар үҙҙәренең тәҫьораты менән уртаҡлашып тора. “Хаҡлы ялдағыларҙың белемен арттырыу,  мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм пропагандалау кәрәк. Башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен һәм традицияларҙы өйрәнеү маҡсатында үткәрелгән экскурсияла сәфәр ҡылдым,  дәртләнеп йөрөп ҡайттым”, - ти район-ҡаланың маҡтаулы гражданы Тәнзилә Малабаева.

Унан тыш, льготалы хаҡ менән республиканан сит яҡҡа ла сәйәхәттәр ойошторола. Үзбәкстанға барыу өсөн сит ил паспорты булыу мотлаҡ булһа, Белорусия, Абхазияға сәйәхәт өсөн кәрәк түгел. Быйыл Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына, Ҡаҙағстанға сәйәхәт туры булыуы мөмкин.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров:

  • Муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре "Башҡортостандың оҙон ғүмерлелеге" төбәк программаһын үтәүгә йүнәлтелгән саралар планын әҙерләү һәм раҫлау буйынса тәҡдимдәр алды. Квартал һайын, отчет осоронан һуң киләһе айҙың 20-һенә тиклем, хакимиәттәр Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына билдәләнгән форма буйынса программаны тормошҡа ашырыу барышы тураһында мәғлүмәт бирергә тейеш.

Әлфиә Маринич:

  - 70 йәш булһа ла мин  сәйәхәт итергә яратам.  Минск ҡалаһы минең өсөн бик иҫтәлекле: атайым Фәтҡулла Комиссаров Белорусияны азат итеүҙә ҡатнашҡан ерҙәрҙән уҙыу бәхете лә татыны. Унан тыш Нуриман районына - бер, Красноусолға ике тапҡыр, Торахан мавзолейына сәйәхәт ҡылдыҡ.

 

Сәфәргә барып ҡайтайыҡ!
Сәфәргә барып ҡайтайыҡ!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас