Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
19 Март 2025, 06:15

"Өҫтөнлөк 30"

Башҡортостандың дүрт юғары уҡыу йорто Өфө фән һәм технологиялар университеты, Башҡорт дәүләт медицна университеты, Өфө дәүләт нефть-техник университеты һәм Башҡорт дәүләт аграр университетының «Өҫтөнлөк 2030» программаһына инде.

Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко хәбәр итеүенсә, программаға илдең 41 төбәгенән 100 университет һайлап алынған. «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған «Өҫтөнлөк 2030» программаһының яңыртылған вариантында университеттың маҡсатлы моделе, уның Рәсәйҙең технологик лидерлыҡҡа өлгәшеүенә йүнәлтелгәнлеге баһалана. Бынан алда Президент Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә ошоға иғтибар йүнәлткәйне.

"Өҫтөнлөк 2030“ программаһы юғары уҡыу йорттарын амбициоз маҡсаттар ҡуйырға дәртләндерә. 2021 йылда программа старт алғандан алып ҡатнашыусы университеттарҙы үҫтереү программаларына технологик партнерҙар һалған аҡса күләме ике тапҡырға артҡан - былтыр 61 миллиард һумға тиклем. Технологик партнерҙар һаны ла күбәйгән — улар 12,5 меңгә яҡын», — тип хәбәр итте РФ Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

15 мартта республика вуздары проекттарының презентацияһында Радий Хәбиров ҡатнашты. Эксперттар билдәләүенсә, Башҡортостан Башлығы фән үҫешенә бик яуаплы ҡарай.

"Был етди һынау һәм күпселек юғары уҡыу йорттары өсөн мөһим этап. Һәр ҡатнашыусы конкрет технологик проект тәҡдим итте, уның аша беҙ бөтә эште, университеттың үҫеш стратегияһын баһалай алабыҙ. Айырыуса төбәк башлыҡтары һәм федераль министрлыҡ вәкилдәре үҙҙәренең университеттарына ярҙам итергә килеүе ҡыуаныслы», — тине мәғариф һәм фән министрлығы башлығы Валерий Фальков.

Өфө фән һәм технологиялар университеты, Башҡорт дәүләт медицниа университеты, Өфө дәүләт нефть-техник университеты һәм Башҡорт дәүләт аграр университетының «Өҫтөнлөк 2030» программаһында ҡатнашыуы — Башҡортостандың илдең фәнни-технологик үҫешендә федераль кимәлдә конкурентлыҡҡа һәләтле лидерҙарҙың береһе булараҡ позицияларын нығытыу өсөн мөһим аҙым.

БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе, философия фәндәре кандидаты Данияр Абдрахманов был хаҡта шулай ти: “Өҫтөнлөк- 2030" республика университеттарына тикшеренеүҙәрҙе әүҙемләштерергә, инновациялар индерергә һәм юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләргә мөмкинлек бирәсәк, был төбәк иҡтисадын нығытыуға һәм уның инвестициялар өсөн йәлеп итеүсәнлеген арттырыуға булышлыҡ итәсәк, шулай уҡ социаль өлкәгә импульс бирәсәк”.

"Юғары уҡыу йорттары алған федераль финанслау фәнни инфраструктураны үҫтереүгә, заманса ҡорамалдар һатып алыуға, перспективалы тикшеренеүҙәргә ярҙам итеүгә һәм уларҙың һөҙөмтәләрен иҡтисадтың аныҡ секторына индереүгә йүнәлтеләсәк. Был университеттарҙың фәнни потенциалын көсәйтәсәк һәм, үҙ сиратында, Башҡортостанда һәм тотош илдә технологик прогресҡа булышлыҡ итәсәк. Республика Башлығы Радий Хәбировтың университеттарҙы үҫтереү программаларын яҡлауҙа шәхсән ҡатнашыуы төбәк етәкселегенең фән һәм мәғариф үҫешенә ниндәй әһәмиәт биреүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Уның ярҙамы һәм әүҙем позицияһы федераль үҙәктең иғтибарын республика башланғыстарына йәлеп итергә, власть, юғары уҡыу йорттары һәм бизнес араһында үҙ-ара эш итеүҙе нығытыуға булышлыҡ итә. Был төбәкте үҫтереүгә стратегик ҡараш һәм Башҡортостанды инновацион үҫеш лидерҙарының береһе итергә ынтылыу хаҡында һөйләй», — тип иҫәпләй Данияр Абдрахманов.

БР Йәмәғәт палатаһы башлығы билдәләүенсә, программаға индереү-властың, юғары мәктәптең, индустриаль һәм бизнес-партнерҙарҙың берлектәге эше һөҙөмтәһе, һәм бындай үҙ-ара эш итеү заманса саҡырыуҙарға яуап биргән юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙә көстәрҙе тупларға мөмкинлек бирә. Данияр Абдрахманов, программа арҡаһында Башҡортостан халҡы яңы эш урындары аласаҡ һәм, иң мөһиме, үҙ ҡалаһында һәм республикаһында сифатлы белем алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ, тип ышана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Өҫтөнлөк 2030”  2021 йылдан ғәмәлгә ашырылған Рәсәйҙең яңы тарихындағы иң ҙур дәүләт университеттарға ярҙам программаһы. Уның маҡсаты - Рәсәй университеттарының 2030 йылға тиклем илде үҫтереүҙең милли маҡсаттарына өлгәшеүгә индергән өлөшөн тәьмин итеү өсөн ресурстарҙы туплау, юғары уҡыу йорттарының һәм ғилми ойошмаларҙың ғилми-белем биреү потенциалын күтәреү.

Авторы: Эдуард ҠУСҠАРБӘКОВ.

Сығанаҡ:"Башинформ".

"Өҫтөнлөк 30"
"Өҫтөнлөк 30"
Автор:
Читайте нас