Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
22 Апрель 2025, 09:35

Төҙөлөштөң финиш һыҙығына сыҡтылар

Ҡаланың 8-се мәктәбендә “Мәктәп мәғариф системаһын модернизациялау” федераль программаһы сиктәрендә былтыр капиталь ремонт башланғайны. Ремонт барышында 1241 уҡыусы лицейҙың икенсе корпусында һәм яҡын-тирәләге балалар баҡсаһында белем алыуҙы дауам итте. Әле төҙөлөш ни хәлдә?

Төҙөлөштөң финиш һыҙығына сыҡтыларТөҙөлөштөң финиш һыҙығына сыҡтылар
Төҙөлөштөң финиш һыҙығына сыҡтылар

Район мәғариф идаралығының инженер-хужалыҡ бүлеге начальнигы Евгений Арбузов әйтеүенсә, белем усағында күләмле эш атҡарылған. Дүрт ҡатлы бинаның фасады яңыртылып, йылытылған, ҡыйығы ремонтланған, һыу торбалары алмаштырылған.

Эске яҡтан да стеналарҙы танырлыҡ түгел. Коридорҙа һәм кабинеттарҙа иҙәндәр һүтеп плитка түшәлә, стеналар штукатурлап, тигеҙләнә, аҫылмалы түшәмдәр беркетелә, кабинеттарҙа яңы ишектәр ҡуйыла. Бөгөн “Филком” яуаплығы сикләнгән йәмғиәт төҙөүселәре  эштең 87  процентын атҡарған: буяу-һылау, линолеум түшәү эштәре дауам итә әле. Обьектты тапшырыу 31 июль тип билдәләнгән. Шулай уҡ эргә-тирәләге биләмә төҙөкләндерелгән. Мәктәп периметры  буйлап ҡоймалар алмаштырылған, баскетбол һәм волейбол майҙансыҡтарында емерелгән асфальт яңыртып түшәлгән.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:

 - Уҙған алты йылда милли проекттар сиктәрендә бик күп әһәмиәтле объекттар төҙөлдө: дөйөм һыйҙырышлылығы 10 мең урынлыҡ 53 балалар баҡсаһы; 17,5 мең уҡыусыға иҫәпләнгән 41 мәктәп, шул иҫәптән интеграцияланған балалар баҡсалары менән 14 мәктәп; 38 медицина учреждениеһы; 8 башҡа мөһим объект; Өфөлә 16 спорт комплексы; 3 социаль тәғәйенләнештәге объект.

Александр Батов, 8-се урта мәктәп директоры:

 - Капиталь ремонт тамамланыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа ремонт барышы менән даими ҡыҙыҡһына.Белем көнөнә килгән уҡыусылар яңы ремонт үткән кластарҙа теләп шөғөлләнер.

Фото  Мәләүез районы  хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллиндың социаль селтәренән.

Төҙөлөштөң финиш һыҙығына сыҡтылар
Төҙөлөштөң финиш һыҙығына сыҡтылар
Төҙөлөштөң финиш һыҙығына сыҡтылар
Төҙөлөштөң финиш һыҙығына сыҡтылар
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас