

Екатеринбургта әҙерлек үткәс, ул “Башҡортостан” полкы батальонына эләгә. “Эргәлә яҡташтарҙың булыуы рухи яҡтан ҙур терәк булды. Дүрт Мәләүез яугире менән хеҙмәт иттем. Дошман аңламаһын өсөн рация буйынса башҡортса һөйләштек. Башҡорт телен өйрәнегеҙ, тел белеү күп ауырлыҡтарҙан ҡотҡара”, - тине, йәштәргә кәңәшен биреп.
Еңел атлетика буйынса спорт мастерына кандидатлыҡ яҡлаған Рөстәмгә йүгерек аяҡтары яуҙа ныҡ ярҙам иткән. Үҙе кеүек спорт яратҡан реактив-артиллерия батареяһы командиры менән дә тиҙ уртаҡ һүҙ тапҡан. (Тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ).