Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
11 Июнь 2025, 08:00

Барса халыҡ байрам итте - гөрләп уҙҙы һабантуй!

Быйыл мәләүездәрҙе яҙғы баҫыу эштәре менән тамамланыуы менән ҡотларға Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының цифрлы үҫеш министры Геннадий Разумикин, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Ольга Плохова һәм Рамаҙан Рамаҙанов, Башҡортостан Башлығының муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эш итеү буйынса идаралығының баш кәңәшсеһе Сергей Цуканов, Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, күрше муниципалитет башлыҡтары килде.

Барса халыҡ байрам итте - гөрләп уҙҙы һабантуй!Барса халыҡ байрам итте - гөрләп уҙҙы һабантуй!
Барса халыҡ байрам итте - гөрләп уҙҙы һабантуй!

Һабантуйҙы асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙә әһәмиәтле мәлдәрҙе билдәләне, мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне. «Һеҙҙең еңел булмаған, әммә Тыуған илгә һөйөү, тоғролоҡ һәм ихтирам менән башҡарған хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт», - тине һәм алдынғы хеҙмәтсәндәргә бүләктәр, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән мәләүездәрҙе Башҡортостан республикаһы дәүләт идаралығының цифрлы үҫеш министры Геннадий Разумикин ҡотланы. Ул район хакимиәте башлығына 2024 йылда «Йыл ҡаҙанышы» грантында беренсе урын яулаған өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Дипломын тапшырҙы. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, һөнәри оҫталығы, юғары хеҙмәт ҡаҙанышы өсөн  «Ашҡаҙар» ауыл хужалығы предприятиеһы тракторсы-машинисы Сергей Головин, «Мәләүез элеваторы» йәмғиәте Людмила Кузнецова «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде.

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы йылында, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылында ветерандарға, яугирҙәргә һәм ғаиләләренә ярҙам итеүселәргә, ирекмәндәргә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Указына ярашлы, Ватанды һаҡлауҙа күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Рөстәм Гянджаевҡа  - Суворов миҙалы, Илдус Кәримовҡа   «Шайморатов» миҙалы тапшырылды.

Аттар сыҡты ярышҡа

Һабан байрамының сағыу биҙәге - бәйгене халыҡ һәр ваҡыт көтөп ала, ярыш барған майҙанды уратып, күҙәтә, уҙышҡа сыҡҡандарҙы дәртләндерә. Быйыл да еңеүселәр  дүрт категорияла билдәләнде. Саф тоҡомло юртаҡтар ярышы ғәҙәттәгесә сәмле үтте. Саң туҙҙырып, елдәй елеп иң тәүҙә финишҡа «Ашҡаҙар” ауыл хужалығы предприятиеһынан Вәсил Ҡотоев, «Трудовик» хужалығынан Денис Федоров, Илмир Иҙрисов («Ашҡаҙар» ауыл хужалығы предприятиеһы) үҙҙәренең саптары  менән килеп етте.

Юртаҡтар ярышы ла тамашасыны һуңғы минутҡа тиклем тулҡынландырырға мәжбүр итте. Таһир Ханнанов фермер хужалығының атын эйәрләгән Игорь Иванченкоға тиңдәр булманы.  Икенсе урынды  шәхси хужалыҡтан Иршат Баһауетдинов ҡулынан ысҡындырмаһа, Салауат исемендәге хужалыҡтан Исибай Кинжалеев өсөнсө килде.

Башҡорт тоҡомло атында бәйгелә «Трудовик» хужалығынан Денис Федоровҡа етеүсе булманы, «Ашҡаҙар» ауыл хужалығы предприятиеһынан Эльдар Иҙрисов, «Трудовик» хужалығынан Андрей Михайлов килде.

Көс, оҫталыҡ талап ителгән бригадирҙар бәйгеһендә «Трудовик» хужалығы атын эйәрләгән Рәмил Канюков беренсе финшҡа килде, икенсе һәм өсөнсө урынды Салауат исемендәге хужалыҡтан Фәнис Уразбаев менән Иҫәнов фермер хужалығынан Данис Ишбаев бүлеште.

«Ҡыҙ ҡыуыу» йолаһын ғәҙәттәгесә «Толпар» ат спорты комлексы спортсылары Екатерина Наумкина менән Алексей Старцев оҫта башҡарҙы. Еңеүселәргә аҡсалата бүләк тапшырылды.

Ҡотлайбыҙ!

«Атайсал - кесе Ватан» проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны һәм шәхси өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хаты һәм «Иң яҡшы ваҡлап һатыу баҙары» номинацияһында Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы еңеүсеһе дипломы ҡала биләмәһе Советы депутаты, «Мәләүез үҙәк баҙары» директоры Марат Вәлиевҡа тапшырылды.

«Урындағы етештереүҙең иң яҡшы фирма селтәре» номинацияһында Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы  еңеүсеһе дипломы «Хладобойня Строгонов “ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Артем Мөхтәруллинға тапшырылды.

«Атайсал - кесе Ватан» проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны һәм шәхси өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хәбировтың Рәхмәт хаты тапшырылды:

- Ю.И. Ермаков -  крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы;

- И.Т. Хәлитов - «Ашҡаҙар» ауыл хужалығы предприятиеһы директоры;

-  Г.И. Ярославцев -   «Мәләүез йылылыҡ селтәрҙәре» акционерҙар йәмғиәте директоры.

Агросәнәғәт комплексында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте  өсөн Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде:

- Р.Ю. Баранов -  «Рәсәй Ауыл хужалығы банкы» акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк филиалының өҫтәмә офисы идарасыһы.

 Агросәнәғәт комплексы системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт Хаты менән бүләкләнде:

- В.Ф. Богданов  - «Ашҡаҙар» ауыл хужалығы предприятиеһы водителе;

 - И.И. Хәлитов -  «Ашҡаҙар» ауыл хужалығы предприятиеһының  иҡтисад һәм инвестициялар буйынса директор урынбаҫары;

Һөнәри оҫталыҡ, агросәнәғәт комплексы системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде:

 

  • Г.Р. Вахитова - «Трудовик» ауыл хужалығы предприятиеһының яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бухгалтеры;
  • А.М. Иманғолов - Салауат исемендәге хужалыҡтың директор урынбаҫары;
  • С.Ә. Иманғолов - Салауат исемендәге хужалыҡтың ветеринар врачы;

 

  • Н.К. Кечин - Акшенцев фермер хужалығы тракторсыһы;

 

- С.Н. Наставшев  -  Ермаков фермер хужалығы тракторсы-машинисы;

- О.А. Пикалов  - «Ашҡаҙар» ауыл хужалығы предприятиеһы тракторсы-машинисы;

- В.А. Пименов -  «Иҙел» агрофирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторы;

- А.Н. Рафиҡов - «Ашҡаҙар» ауыл хужалығы предприятиеһының йөк автомобиле водителе;

- Ю.В. Смирнов -  «Дружба» хужалығы водителе;

- И.Т. Ханнанов - Ханнанов крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторы.

Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт һәм әүҙем ижтимағи тормошта әүҙем эшмәкәрлек өсөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Рәхмәт хатын тапшырылды:

  • В. А. Попов - Мәләүез ауыл советы депутаты;
  • Р.  Ғ. Яматов - Ташлыкүл ауылы старостаһы;

 Ауыл хужалығы өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаты тапшырылды:

  • А.А. Емелин – крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы;
  • Ә.В. Байназарова - Мәләүез ауыл советы ауыл биләмәһе белгесе;
  • И. М. Шәрипов - «Старт» крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы.

- Илдар Ҡотлоғужинға «Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры» тигән маҡтаулы исем тапшырылды.

 

Барса халыҡ байрам итте - гөрләп уҙҙы һабантуй!
Барса халыҡ байрам итте - гөрләп уҙҙы һабантуй!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас