Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, бәхетһеҙ осраҡ Мәләүез ҡалаһында булған. 2018 йылда тыуған бала 3-сө ҡаттың тәҙрәһенән ҡолап төшә. Әлеге ваҡытта бала дауаханала ята, тип асыҡлыҡ индерҙеләр ашығыс ведомствола. Күмертауҙа ла бер йәш тә туғыҙ айлыҡ сабый өсөнсө ҡаттан ҡолап төшкән.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ата-әсәләрҙе уяулыҡты арттырырға һәм бындай осраҡтарҙы булдырмау өсөн бөтә кәрәкле хәүефһеҙлек сараларын күрергә саҡыра. «Йорттарығыҙҙа һәм фатирҙарығыҙҙа тәҙрәләрҙе ышаныслы кәртәләп тороғоҙ, балаларҙы даими күҙәтегеҙ, айырыуса балкондарҙа һәм тәҙрәләр янында», – тип иҫкәртелә ведомствола.