Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
3 Сентябрь 2025, 13:11

Участка һайлау комиссиялары эш башланы

Һайлау-2025

3 сентябрь район-ҡалала биш участка һайлау комиссияһы эш  башланы.  Комиссия ағзалары һайлаусылар исемлеген асыҡлай.
Участка һайлау комиссиялары 12 сентябргә тиклем эш көндәрендә көндөҙгө 4-тән киске 8-гә тиклем, ял һәм байрам көндәрендә иртәнге 9:00-ҙан көндөҙгө 13-кә  тиклем эшләй.

Ә 13 сентябрҙә иртәнге 9-ҙан көндөҙгө 3-кә тиклем тәнәфесһеҙ эшләй.
Был көндәрҙә комиссия ағзалары һайлаусыларға теркәлгән кандидаттар, тауыш биреү көнө, ваҡыты һәм урыны тураһында мәғлүмәт бирә; һайлаусылар исемлеген асыҡлай; агитация ҡағиҙәләрен үтәүҙе контролдә тота; тауыш биреү көнөндә участкала һәм йортта тауыш биреүҙе ойоштора.

Шулай уҡ  ситтә тауыш бирергә мөмкин.
14 сентябрь участкаға килә алмаған һайлаусылар теркәлгән участкала тауыш бирә алмауы  тураһында  тураһында ғариза яҙа ала. Бының өсөн улар участка һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итергә тейеш.
Участка һайлау комиссияһы бындай ғаризаларҙы 14 сентябрь көндөҙгө 3-кә тиклем ҡабул итә.
Территориаль һайлау комиссияһы телефоны: 8 (34764) 3-52-35.
 14 сентябрь, йәкшәмбе, урындағы  үҙидара вәкәләтле органдарына  депутаттар һайлау буйынса  өҫтәмә һайлау үтә. Һайлау участкалары иртәнге 7-нән киске  9-ға тиклем эшләй.

Участка һайлау комиссиялары эш башланы
Участка һайлау комиссиялары эш башланы
Участка һайлау комиссиялары эш башланы
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас