Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
12 Сентябрь 2025, 14:55

Йолаларҙы һаҡлаған оҫтабикә

Оҫталығы һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә тоғролоғо менән халыҡ сәнғәтенең уникаль вәкилдәренең береһе тип әйтергә була Гөлшат Хисаметдинованы. Ул - үҙ халҡының рухын һәм мәҙәниәтен сағылдырған милли биҙәүестәр ижад итеүсе.

Йолаларҙы һаҡлаған оҫтабикәЙолаларҙы һаҡлаған оҫтабикә
Йолаларҙы һаҡлаған оҫтабикә

Гөлшат сығышы менән Дмитриевка ауылынан, бала сағынан тәбиғәт матурлығы һәм бай мәҙәни мираҫ менән уратып алынған ул. Аҙаҡ ата-әсәһе менән Смаҡ ауылында төпләнәләр. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Айнур Хисаметдинов менән ғаилә ҡоралар.

Декрет ялында ҡәйнәһе Гөлсөм Исмиәғзәм ҡыҙы алып барған ҡул эше оҫталары түңәрәге, атап әйткәндә селтәр эшләү менән ҡыҙыҡһына башлай. Әбйәлил районынан алып ҡайтҡан өлгөгә таянып, мөһим башланғысҡа юл яралар. Шулай итеп, Смаҡ ауылында ғына түгел, районда, республикала ҡул эштәре оҫталығы менән билдәле булған ҡәйнәһе уға сәнғәтте яратырға өйрәтә. Гөлшат традицион алымдар һәм биҙәктәр ҡулланып стилләштерелгән биҙәүестәр эшләй.

  • Ул ҡыҙыҡһыныу кәсепкә әйләнер тип уйламағайным. Тәүге эшем бик тиҙ яңы хужаһын тапты, аҙаҡ инде балаларыма эшләнем, уларын да алып киттеләр, - тип йылмая Гөлшат. – Туғандарым һәм таныштарым һорағас, махсус заказ эшләүҙе 2023 йылда башланым. Бөгөн мин эшләгән түшелдеректәр Башҡортостандың төрлө райондарында, хатта Рәсәйҙе төбәктәренә лә бар.

Йолалар һәм инновациялар

Борон тәңкә һәм сәйләндән торған түшелдеректәр, тәңкәнән, сәйләндән, ҡабырсаҡтан яһалған сулпылар, мәрйен һәм төрлө төҫтәге йөн суҡ һәм буялған ҡош мамығы ҡуйып эшләнгән һырғалар, муйынсаҡтар, беләҙектәр, балдаҡтар, шулай уҡ тәңкә һәм сәйлән ҡушып тегелгән биҙәүестәр һәр бер ҡатын-ҡыҙҙа булған. Бөгөн башлыса йоҡа кейеҙ (фетр) һәм сәйлән урынына муйынсаҡ бөртөктәре ҡулланыла.

Гөлшаттың эштәре һөнәр генә түгел, ә мәҙәни мираҫты һаҡлау ысулы ла. Уның биҙәүестәренең һәр элементының үҙ мәғәнәһе бар: тәбиғәт, туғанлыҡ бәйләнештәрен йәки тарихи ваҡиғаларҙы символлаштыра.

Әммә Гөлшат традицион ысулдар менән генә сикләнмәй. Ул боронғо традицияларҙы хәҙерге трендтар менән берләштереп, формалар һәм техникалар менән әүҙем эксперименттар үткәрә. Был уға халыҡҡа оҡшаған үҙенсәлекле әйберҙәр эшләргә мөмкинлек бирә.

Һөнәрме ул?

Гөлшат Хисаметдинова күргәҙмәләрҙә һәм оҫталыҡ дәрестәрендә әүҙем ҡатнаша. Ул матур әйберҙәр эшләү генә түгел, ә уларҙы нисек эшләү тураһында тәжрибә уртаҡлашыуҙы мөһим тип иҫәпләй.

Башҡорт милли биҙәүестәренә ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта. Оҫтабикә үҙенең эштәре йолаларҙы киләсәк быуын өсөн һаҡлап ҡалырға ярҙам итер тип өмөтләнә.

Шулай итеп, Гөлшат Хисаметдинова - оҫта ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә мәҙәниәт илсеһе. Уның эштәре - үткән һәм киләсәк араһында күпер булып тора, ул башҡорт йолаларының матурлығы һәм мәғәнәһе аша кешеләрҙең йөрәктәрен тоташтыра.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас