Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
11 Октябрь 2025, 05:03

Үҙемә һорау-яуап

– Был донъяла иң ҡәҙерле нимәтиһең?

Үҙемә һорау-яуапҮҙемә һорау-яуап
Үҙемә һорау-яуап

– Тыуған илем, тыуған ерем, туған
телем.

– Нимәләрһеҙ тормош юҡтыр
был донъяла?
– Ерһеҙ, утһыҙ, һыу, һауаһыҙ
йәшәп ҡара.
– Ниҙәр юлдаш һинең ғүмер
юлдарыңда?
– Хеҙмәт, намыҫ, хаҡлыҡ минең
ҡулдарымда.

– Яҙмышыңда рәхмәтлеһең һин
кемдәргә?
– Ата-әсәм, ғәзиз балам, һөйгән
йәргә.

– Йәшәйештең асылдары
нимәләрҙә?
– Был донъяла кеше булып
йәшәүҙәрҙә.

Зөһрә Ҡотлогилдина.

Автор:
Читайте нас