Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
17 Октября 2025, 17:00

Тыуған яҡҡа һөйөү менән

Китапханалар элек-электән мәҙәни-ағартыу эшмәкәрлеге алып барыу, белем биреү, дөйөм үҫеш һәм аралашыу урыны булған. Әлеге ваҡытта ла ул үҙ маҡсатынан тайпылмай. 15 октябрҙә Сәйет ауылы китапханаһында мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы ҡатнашлығында “Шиғырҙарҙа тыуған яғымды данлайым” тип аталған күркәм сара уҙҙы.

Райондың 95 йыллығы, шулай уҡ “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә уҙғарылған байрам ҡунаҡтары, атап әйткәндә Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге 1-се китапхана белгесе Рәзилә Ҡотлогилдина, Дарьино ауылында йәшәгән филателист Виктор Оглоблин, әүҙем ирекмән, педагогия хеҙмәте ветераны Динара Ғәләмшинаның тормош юлы, ижады менән китапханасы  Зифа Әбделмәнова таныштырҙы. Улар үҙ сиратында  батырҙар хаҡында ижад иткән әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙе. Уҡыусылар һәм ауыл халҡы ихлас тыңланы, шулай уҡ Виктор Николаевичтың марка һәм төрлө илдәрҙең иҫтәлекле нумизматтар коллекцияһын ҡыҙыҡһынып ҡараны.

Бай тәжрибә туплаған Зифа Ғибәҙулла ҡыҙы сараға бик ентекле әҙерләнгән. Ҡунаҡтар һәм уҡыусылар яҡташ яҙыусыларҙың әҫәрҙәренән торған күргәҙмә, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтар тураһындағы мәҡәләләрҙән торған стенд менән танышты.

Бәләкәй генә ауылда талантлы һәм илһөйәр халыҡ йәшәй. Ирекмәндәр китапханаға йыйылып махсус хәрби операцияға селтәр үрә. Уларға Мәләүез ирекмәне Динара Ғәләмшина Башҡортостан геройҙары хаҡында яҙылған китапты  бүләк итте. Байрам мәктәп уҡыусыларының, ауыл таланттарының сығышы менән үрелеп барҙы.  Сара аҙағында Денис ауыл биләмәһе башлығы Илфат Байсурин, мәктәп директоры Гөлназ Мерәҫова Мәләүез районының ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, бөгөнгө мәртәбәле ҡунаҡтарға рәхмәт еткерҙе. Уларҙың ижад шишмәһе бер ваҡытта ла һайыҡмауын әйтеп, яңы әҫәрҙәрен күрергә насип булыуын теләне. Осрашыуға килгән һәр кем йылы тәьҫораттар алып таралды. 

Тыуған яҡҡа һөйөү менән
Тыуған яҡҡа һөйөү менән
Тыуған яҡҡа һөйөү менән
Тыуған яҡҡа һөйөү менән
Тыуған яҡҡа һөйөү менән
Тыуған яҡҡа һөйөү менән
Тыуған яҡҡа һөйөү менән
Тыуған яҡҡа һөйөү менән
Тыуған яҡҡа һөйөү менән
Тыуған яҡҡа һөйөү менән
Тыуған яҡҡа һөйөү менән
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас