Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
7 Ноябрь 2025, 09:00

Мәләүездә батырҙы иҫкә алдылар

6 ноябрҙә балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә Чечен Республикаһында хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған  милицияның өлкән лейтенанты Руслан Булатов иҫтәлегенә арналған ҡул һуғышы буйынса турнир үтте

Мәләүездә батырҙы иҫкә алдыларМәләүездә батырҙы иҫкә алдылар
Мәләүездә батырҙы иҫкә алдылар

Булатов Руслан Рәшит улы 1976 йылдың 22 июнендә Мәләүез ҡалаһында тыуған. Йәш егет эске эштәр органдарында хеҙмәтен 1995 йылдың октябрендә Түбәнге Тагил урта махсус милиция мәктәбе курсанты булып башлай.

1997 йылдың сентябрендә Мәләүез ҡалаһында участка милиционеры булып эшләй башлай. Милицияның өлкән лейтенанты Руслан Рәшит улы 2001 йылда Чечня территорияһында конституцион тәртипте тота, Рәсәйҙең дәүләт именлеген һәм территориаль бөтөнлөгөн тәьмин итә, ул Урус-Мартанов районы эске эштәр ваҡытлыса бүлегенең Алхан-Юрт ҡасабаһы милиция бүлексәһе составында хәрби-хеҙмәт бурыстарын үтәй.

2001 йылдың 30 июлендә миллицонерҙың автомобиле РПГ-7 гранатометтан һәм автоматтан ут асалар. Булатов яраланһа ла, ул алышты дауам итә: бөтә магазинды атып бөтә һәм алған яраларынан урында уҡ вафат була.

Рәсәй Федерацияһы Президентының 2002 йылдың 23 февралендәге 235-се Указы менән Руслан Булатов  Батырлыҡ ордены менән үлгәндән һуң бүләкләнә.

Руслан Булатов иҫтәлегенә арналған ҡул һуғышы буйынса турнир Мәләүез, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Бижбүләк районы спортсыларын йыйҙы. Быйыл турнирҙа ҡатнашыуға алты команда ғариза биргән - Рәсәй Эске эштәр министырлығы бүлектәре вәкилдәре, 7-се төҙәтеү колонияһы һәм Мәләүез ҡалаһының 50-се янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре.

Көрәшселәр араһында алыштар ауырлыҡ категориялары буйынса үткәрелде. Еңеүселәр билдәләнде: 65 кг - Георгий Согомогян (Мәләүез ҡалаһы), 70кг - Ержан Давлетов (Стәрлетамаҡ), 80 кг - Евгений Филиппов (Мәләүез ҡалаһы), 80 кг тиклем - Рәмил Иралин (Салауат ҡалаһы), 90 кг - Павел Макаров (Мәләүез ҡалаһы).

Гөлназ САЛАУАТОВА.

Автор фотоһы.

Мәләүездә батырҙы иҫкә алдылар
Мәләүездә батырҙы иҫкә алдылар
Мәләүездә батырҙы иҫкә алдылар
Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас