

Осрашыуҙа педагогик хеҙмәт ветерандары, мәғариф тарихы музейы советы ағзалары, «Йөрәк саҡырыуы буйынса» ирекмәндәр хәрәкәте вәкилдәре, мәғариф идаралығы методисы Вилиә Фәхретдинова, Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләре Рәйфә Садиҡова, Фирүзә Йәнбәкова, Закир Баҡыев һәм Эльвира Баҡыева - һәләк булған яугирҙарҙың береһенең ҡатыны ҡатнашты.
Ҡунаҡтар Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарын, шулай уҡ Афғанстан, Чечня һәм башҡа ҡыҙыу нөктәләр аша үткән яҡташтарын иҫкә алды.
Гимназия директоры Ләлә Рафиҡова үҙенең сығышында былай тине: "Беҙҙең яугирҙар бөгөн дә Украинала неонацизмға ҡаршы көрәшеп, дәүләттең мәнфәғәттәрен яҡлай. Гимназияны тамамлаған егеттәр ҙә ситтә ҡалмай, махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәрби хәрәкәттәрҙә юғалтыуҙар була. Дүрт уҡыусыбыҙ тыныс күк өсөн ғүмерен бирҙе.”
Гимназия «Йөрәк саҡырыуы буйынса» ирекмәндәр хәрәкәтенә уҡыусылар, педагогтар һәм ата-әсәләр йыйған гуманитар ярҙам партияһын тапшырҙы. Сара аҙағында тәрбиә буйынса директор кәңәшсеһе Алина Хәлитова 8-се мәктәпкә эстафета вымпелын тапшырҙы. Гимназияны тамамлаға батыр ететтәр тураһында материалдар менән альбомды мәғариф тарихы музейы Советы ағзаһы Тәнзилә Малабаеваға тапшырылды.
Уҡытыусылар хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән сығарылыш уҡыусылары хаҡында иҫтәлектәр менән уртаҡлашты.
Улар мәңге беҙҙең хәтерҙә ҡаласаҡ.