Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
24 Ноябрь 2025, 09:41

Иғтибар - юлда хайуандар!

Көҙ етеү менән ҡарауһыҙ йөрөгән йорт һәм ҡырағай хайуандар һаны күбәйә. Бигерәк тә улар автомобиль юлдарына яҡын йөрөүе хәүеф тыуҙыра

Иғтибар - юлда хайуандар!Иғтибар - юлда хайуандар!
Иғтибар - юлда хайуандар!

Республикала теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаларын барлаған саҡта араларында мышы, ҡабан йәки ҡоралай менән бәрелеү сәбәпле килеп сыҡҡандары ла осрай. Оло юлға йүгереп килеп сыҡҡан йәнлек кешене лә, үҙен дә ҙур хәүефкә тарыта. Тик шуныһын да оноторға ярамай: авария ваҡытында ҡырағай йәнлекте тапатып үлтерәһең икән, бының өсөн штраф түләргә тура киләсәк.

 Кем генә ғәйепле булмаһын, ошондай авария өсөн водитель штраф түләргә тейеш. Уның күләме ҙур ғына. Мәҫәлән, мышы – 80 мең һум,  айыу - 60 мең һум, ҡабан – 30 мең һум, һуйыр – алты мең һум, ҡор – ике мең һум һәм башҡалар.

Аварияға осраған саҡта шунда уҡ дәүләт автоинспекцияһына хәбәр итергә кәрәк. Йәрәхәтләнгән йәнлеккә яҡын бармау һәм юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасмау мөһим. Бындай хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн яуаплылыҡ ҡаралған: йыл ярымға тиклем хоҡуҡтан мәхрүм итеү йәки 15 тәүлеккә административ ҡулға алыу.

Бөгөн көтөүһеҙ йөрөгән берәҙәк малтыуар урындағы халыҡтың ғына түгел, ә хоҡуҡ һаҡлау органдарының да көнүҙәк проблемаһына әйләнде. Шуны иғтибарға алып китәбеҙ, ҡарауһыҙ йөрөгән мал арҡаһында килеп сыҡҡан юл-транспорт фажиғәһендә автомобилгә килтерелгән зыянды уның хужаһы ҡаплаясаҡ. Шулай уҡ был аварияла ҡаза күреүселәр булһа, Рәсәй Федерацияһы Кодексы буйынса йорт хайуанының хужаһына енәйәт яуаплылығы янай.

Һуңғы осорҙа ауыл хужалығы малдарын урлауҙар йышайҙы. Әлбиттә, был осраҡта хужалар үҙҙәре ғәйепле. Улар ҡарауһыҙ ҡалған малтыуары юғалғандан һуң эске эштәр органдарына ғариза менән мөрәжәғәт итә.

Муниципаль район хакимиәте йорт хайуандары хужаларына законды боҙмау, үҙ хужалығыңа, малдарыңа етди ҡарау, ауылдаштарыңды хөрмәт итеү кеүек төшөнсәләр тураһында иҫкә төшөрә.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас