Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Йәмғиәт
3 Декабрь 2025, 18:00

«Мин Агрола» Бөтә Рәсәй конкурсы

«Мин Агрола» Бөтә Рәсәй конкурсы — аграр даирәлә эшләгәндәр һәм уҡығандар йәки ауыл ерендә йәшәгәндәр өсөн.

«Мин Агрола» Бөтә Рәсәй конкурсы«Мин Агрола» Бөтә Рәсәй конкурсы
«Мин Агрола» Бөтә Рәсәй конкурсы

Был һеҙҙең хаҡта икән – тиҙерәк йүнәлеш һайлағыҙ:

▶️«Киләсәкте һайла» — агротехкласта белем алған мәктәп уҡыусылары (14 йәштән алып), аграр колледж һәм аграр юғары белем йорто студенттары өсөн.

▶️«Яҡшы яҡҡа үҙгәрт» — Аграр сәнәғәт комплексының йәш хеҙмәткәрҙәре һәм 18-35 йәшлек ауыл эшсәндәре өсөн.

▶️«Башҡаларҙы илһамландыр» - 18-35 йәшлек агроблогерҙар өсөн.

▶️«Үҙеңдекен булдыр» — 18-35 йәшлек агроэшҡыуарҙар өсөн.
 
Нисек ҡатнашырға:

1. Конкурс платформаһында теркәлеү
2. «ВКонтакте» селтәрендә видеовизитка яҙҙырып баҫтырырға (талаптары – платформалағы шәхси кабинетта)
 
Ҡатнашыусыларҙы ай һайын күнегеүҙәр марафоны көтә. Финалға сыҡҡандар приздар өсөн көрәшәсәк, ә еңеүселәр үҙ проектын тормошҡа ашырыу өсөн федераль ярҙам аласаҡ.
 
Ғаризалар биреү ваҡыты – 2025 йылдың 21 декабренә тиклем.
 
Конкурс тураһында Положение
 
Ойоштороусылары: Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, «Россельхозбанк» акционерҙар йәмғиәте, Рәсәй йәштәр союзы.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Автор:Аңлатабыҙ. Башҡортостан
Читайте нас