

Декабрҙең 11-ендә юлыбыҙ тағы Дәүләтҡол яғына төштө. Йыл аҙағына бында байтаҡ эштәр атҡарылған. Төҙөлөштә тик сифатлы, 550 маркалы цемент, йыуан арматура ҡулланылылып, монолит бетон колонналар күтәрелгәс, өҫтөнә бетон плита һалынған, яр буйына армакаркас ҡуйылған. Төҙөлөш нескәлектәрен аңлап етмәгәндәр конструкцияның ике яғынан таш менән өйөп ҡуйырға ла шуның менән эше бөттө, тип уйларға мөмкин. “Ярҙы нығытыу, күпер ситенән кәртәләнгән йәйәүлеләр өсөн юл һалыу өсөн ваҡыт кәрәк әле. Ике йылға планлаштырылған был төҙөлөштө киләһе йылда август айында тапшырыу ниәтләнгән”, - ти район хакимиәтенең төҙөлөш бүлеге начальнигы Рөстәм Хәмитов.
Ғәйнулла РАХМАНҒОЛОВ:
Вставка
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөтә республика буйынса күперҙәр төҙөү һәм ремонтлау тураһында хәбәр итте. “Әле бер юлы бер нисә тиҫтә ҡоролмала, шул иҫәптән федераль магистралдәрҙә эштәр алып барыла. "М-5 „Урал“, М-7 „Волга“ һәм Р-240 трассаларында планлы ремонт бара, төбәк һәм муниципаль юлдарҙа 16 күпер төҙөлә”.