Бер ваҡыт ауылдың бер Фәтҡулла тигән тунһыҙ ғына кешеһе шул хазинаны төшөндә күргән. Иртән торған да төшөн һөйләргә Торай ишанға барған. Байлыҡ тигәндә күҙе уйнап торған ишанға етә ҡалған. «Фәтҡулла ҡустым, күрше-тирәңде йый ҙа хазина тауын барып ҡаҙығыҙ. Тик: «Иә хоҙай, йә хоҙай», — тип ҡаҙығыҙ, мин мәсеттә иман килтереп ултырырмын», — тигән.
Фәтҡулла үҙе кеүек әзмәүерҙәй ирҙәр менән хазина тауын ике көн буйы ҡаҙған. Өсөнсө көн көрәктәре, ысынлап та, бер ҡаты нәмәгә барып тейгәй. Ишанға барып хәбәр иткәс: «Ай алла, балалар харап була икән, — тигән, — ана, ҡибланан болот сыҡты, был тикмәгә түгел, моғайын, аждаһа килер, хәҙер үк ҡайтһындар
», — тип бойорған. Фәтҡулла иптәштәрен эйәртеп ҡайтып киткән. Торай ишан теге тауҙы бер үҙе төнө буйы ҡаҙған. Таштан башҡа бер нәмә лә
сыҡмаған. Шунан күп тә тормай, Торай ишан сирләп үлеп киткән. Үлер алдынан: «Фәтҡулла тәһәрәтһеҙ барып ҡына эште боҙҙо, хазина беҙҙеке була ине, йәлсемәгер», — тип ҡарғаған икән тип һөйләйҙәр.
31. Шығман тауы. Мәләүез р-ны Яманһар ауылы* Әхмәтшәриф Ғәҙиләевтән Ғ. Хәлилов яҙып алған.— БЛ, 135—136-сы б.; БХИ, РЛ, № 22; Б11Л,
№ 251; БНТ, ПЛ, № 420.
*Хәҙерге Көйөргәҙе районы, Яманһары ауылы. Яҙып алыусы ул саҡтағы мәктәп директоры Ғәзизйән Ғилмислам улы Хәлилов. Аҙаҡ Мораптал тоҡомсолоҡ совхозының партком секретаре булды.