

Был һорауға яуап итеп төрлө мәғлүмәт таптым. Белгәндәремде һеҙҙең менән дә бүлешәм.
Боронғо ваҡытта кеше ағаста йән йәшәй тип уйлаған, ә шыршы ҡышын да, йәйен дә йәшел булғас, уның эсендә иң көслө йән тип фаразлағандар. Ҡыш ныҡ һыуыҡ булмаһын, тиҙерәк тамамланһын тип, шыршыны биҙәп ҡуйыу йолаһы барлыҡҡа килгән: уға емеш-еләк һәм тәмлекәстәр элә башлағандар. Һуңынан аҙыҡты әрәм итмәү маҡсатында быяланан эшләнгән тәтәйҙәр һәм майшәм менән биҙәүгә күскәндәр. Әлеге көндә шыршы – яңы йыл кәйефе булдыра торған атрибуттарҙың береһе. Тарихы ошолай тәрән булған матур йола ул – шыршы биҙәү. Тәбиғәтте ҡайғыртҡан кешеләр иһә пластик шыршы ҡуя.
Зөлхизә ИСҠУЖИНА
Сығанаҡ https://yanshishma.com/articles/bel-e-me-/2024-01-09/shyrshy-bi-yola-y-nisek-barly-a-kilg-n-3595148