Мәләүез ҡалаһы үҙәк баҙар директоры Марат Вәлиев ике йәшлек Усман исемле малайға һәм уның һигеҙ йәшлек ағаһы Исламға бүләк тапшырҙы. “Теләк шыршыһы” ярҙамында ҡасандыр уның ҡулы аҫтында эшләгән хеҙмәткәрҙең ейәндәренә бүләк тапшырыу яҡшы тәьҫорат ҡалдырҙы. Балалар, уларҙың ата-әсәһе менән аралашыу йылы ғаилә атмосфераһында сәй өҫтәле артында дауам итте.
"Беҙҙең тырышлығыбыҙ менән балалар өсөн байрам бер аҙ тәмлерәк һәм күңеллерәк булыр тип ышанабыҙ. Яңы йылда һәр кем үҙенең хыялдарын һәм пландарын тормошҡа ашырыу мөмкинлеген тапһын. Йортоғоҙҙа һәр ваҡыт тыныслыҡ, үҙ-ара аңлашыу хакимлыҡ итһен, ә бөтә изге башланғыстарығыҙ бәхетле тамамланһын”, - ти Марат Шамил улы Йәһүҙиндәрҙе киләһе йыл менән ихлас ҡотлап. Беҙ ҙә һеҙҙең теләктәргә ҡушылабыҙ һәм балаларҙың бала сағы бәхетле, күктәребеҙ аяҙ, илебеҙ тыныс булһын, тип теләйбеҙ.