

Күп фатирлы йорттарҙың ихаталарында – идара итеүсе ойошма. Ул тротуарҙарҙы, юлдарҙы, баҫҡыстарҙы, парковкаларҙы таҙарта һәм ҡыйыҡтан боҙбармаҡтарҙы төшөрә.
Ҡала урамдарында, тротуарҙарҙа һәм туҡталыштарҙа – ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре.
Магазиндарҙа, кафеларҙа һәм офистарҙа милекселәр йәки ҡуртымсылар бар. Улар инеү урыны алдындағы территорияны йыйыштырырға тейеш.
Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында һәм поликлиникаларҙа — хакимиәт учреждениеһы. Улар ҡарҙы йыйып ҡына алмаҫҡа, ә сығарырға тейештәр.
Йыйыштырыу ваҡыты:
Ҡарҙы – ҡар яуғандан һуң 3–12 сәғәт эсендә йыялар.
Юлдарҙа боҙлауыҡ – 4-12 сәғәттә.
Тротуарҙарҙа боҙлауыҡ – 12-24 сәғәттә.
Боҙбармаҡтар килеп сыҡҡанда уҡ – төшөрөргә тейештәр.
Ҡарҙы таҙартмайҙар?
Мөрәжәғәтте «Дәүләт хеҙмәттәре. Йорт» ҡушымтаһы аша ебәрегеҙ.
Йәки телефон аша ғариза ҡалдырығыҙ:
Демчандар идара итеүсе компанияһы: +7 (347) 281-22-30
Калинин районының торлаҡ коммуналь идаралығы: +7 (347) 238-65-11
Ленин идара итеүсе компанияһы: +7 (347) 286-51-74
Октябрьский идара итеүсе компанияһы: +7 (347) 292-73-00
Орджоникидзе районының торлаҡ коммуналь идаралығы: +7 (347) 286-00-90
Баш ҡаланың йөрәге идара итеүсе компанияһы : +7 (347) 225-02-40
Өфөнөң торлаҡ хужалығы Диспетчер идаралығы: +7 (347) 235-48-00
Исемлектә идара итеүсе компанияның телефонын тапманығыҙмы? Телефон номерын түләү документында ҡарарға мөмкин.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан