Һуңынан Дарьино ауылы мәктәбендә ике ауылдың йәштәр командалары араһында волейбол уйыны үтте. Ярышҡа килгән командалар үҙ райондарының еңеүселәре. Уйын күңелле булды һәм ике команда ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән.
Уйындан һуң бөтәһе бергә сәй эсте, Дарьино ауылы халҡы ҡунаҡтарҙы ҙур бәлеш менән һыйланы.
«Айыҡ ауыл» конкурсы ауылдарҙа сәләмәт йәшәү рәүешен тәьмин итеү өсөн үткәрелә. Проект Башҡортостан Республикаһы башлығы гранттары Фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.